Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
12 Март 2023, 04:00

Файҙалы эсемлек

3 литр банкаға 1 стакан йыуып таҙартылған һолоно һалабыҙ ҙа 3 ҡалаҡ бал йә шәкәр ҡомо өҫтәп, комната температураһындағы һыуҙы (ҡайнамаған) һалып болғайбыҙ. Ҡояшһыҙ ергә ултыртып ҡуябыҙ.

Файҙалы эсемлекФайҙалы эсемлек
Файҙалы эсемлек

Бер тәүлек ваҡыт үткәс, һөҙөп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 20-30 минут алда 100 миллиграмм эсәбеҙ. Бер ай эскәс, ял итәбеҙ.

Тик был эсемлекте эсер алдынан табиптан кәңәш алырға онотмағыҙ!

Был эсемлек В витаминдарына, кремнийға бай.
Составында крахмал булғас, был эсемлекте эскәндән һуң үҙегеҙҙә энергия тойорһоғоҙ.
Диабетиктар өсөн файҙалы, ҡандағы шәкәрҙе төшөрә.
Авитаминоз ваҡытында эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Холестеринды кәметә.
Ҡанды таҙартыу маҡсатынан да файҙалы.

 

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
https://yanshishma.com/articles/t-rl-n-n/2023-03-09/olo-fay-aly-esemlek-3157276
Файҙалы эсемлек
Файҙалы эсемлек
Автор:
Читайте нас