

Был көндө дауыл көсө 5 балға тиклем күтәреләсәк. Унан 7 мартта иртән генә дауыл баҫыла башлаясаҡ. Көн дауамында ул дүрт балға тиклем төшәсәк. Ә шаршамбы 8 мартта өс балға тиклем тынасаҡ.
Магнит дауылы ваҡытында һиҙгер кешеләргә хәл-торошона айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Зарарлы аҙыҡ-түлектән баш тартырға, күберәк саф һауала йөрөргә, йоҡоно ла туйҙырырға, артыҡ көсәнеп эшләмәҫкә кәңәш ителә. Юғары йәки түбән ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә был көндәрҙә өйҙә ҡалырға һәм күберәк ятырға кәңәш бирелә.
Фото: Т. АМАНОВ.