Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
23 Февраль 2023, 08:00

Һәр кешегә иғтибарлы

Гертруда Батыршина һәр саҡ ауыл халҡына ярҙамға ашыға

Һәр кешегә иғтибарлыҺәр кешегә иғтибарлы
Һәр кешегә иғтибарлы

Ауыл ерендә фельдшер hауа шарттарына һәм тәүлек ваҡытына ҡарамай медицина ярҙамына мохтаждарға ашыға.  Уларҙың эше hәм hөнәре ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме һәм кәрәклеһе. Районыбыҙҙың Туғай менән Ҡоҙаш ауылдары фельдшеры Гертруда Батыршина ла ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.

Гертруда Вячеславовна 1984 йылда матур тәбиғәтле Алтайыу ауылында донъяға килә. Бәләкәй саҡтан уҡ тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана. Шәфҡәт туташы булып эшләгән апаһынан күреп, үҙен табип тип күҙ алдына килтереп уйнай. Үҫкәс фельдшер һөнәрен үҙләштергәненә, ауылдаштарына ярҙам күрһәтә алыуына хәҙер һөйөнөп бөтә алмай.
Тырыш ҡыҙ тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Сарапул ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны 2002 йылда тамамлай. Дипломлы йәш белгес Арлан технологик транспорт идаралығында фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай.
2013 йылдың октябренән Гертруда Батыршина Туғай ауылында фельдшер булып эшләй башлай. Ә 2022 йылдың июнь айынан Ҡоҙаш ауылы халҡын да хеҙмәтләндерә.
Ауыл фельдшерының төп бурысы – халыҡ һаулығы өсөн көрәшеү. Бында профилактика, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнай. Һайлаған һөнәренә бар тырышлығын һәм күңел йылыһын һалған фельдшер урындағы халыҡ менән нисек дөрөҫ туҡланыу, яман ғәҙәттәрҙән баш тартыу һәм физик күнекмәләр өсөн ваҡыт бүлеү тураһында әңгәмәләр уҙғара.
Бөгөн ул Ҡоҙаш һәм Туғай ауылдарында йәшәгән 500-гә яҡын кеше һаулығы өсөн яуап бирә. Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй буйынса йөрөп ҡарап сығыу, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары үткәреү – быларҙың барыһы ла һөнәри оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм ваҡыт талап итә.
— Медицина хеҙмәткәре кешене тыңлай белергә, бер ауырыуға ла, кеше ҡайғыһына ла битараф ҡалмаҫҡа, ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә тиҙ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш, – ти Гертруда Батыршина. — Күп ваҡыт кешеләр үҙ һаулығына һалҡын ҡарай. Ауырып киткәндә табиптарға күренергә һәм диспансеризация үтергә теләмәйҙәр. Ә һуңынан һуң булыуы мөмкин. Шуға күрә бындай осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында һәм үҙемдең дә ҙур яуаплылыҡты тойоп, халыҡҡа медицина тикшеренеүҙәренең мөһимлеген аңлатырға тырышам.
Тырыш фельдшерҙың ныҡышмал хеҙмәте яҡшы һөҙөмтә бирә. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса уның территорияһында йәшәгән кешеләр араһында күңелһеҙ статистика кәмегән. Ә был уның өсөн – иң ҙур шатлыҡ һәм уңыш.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктынан көн оҙоно кеше өҙөлмәй тиерлек. Ауыл кешеһе диабет менән ауырыһа ла, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына шырпы ҡаҙалһа ла, дарыу кәрәк булһа ла, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә бирегә йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙам күрһәтә, фәһемле кәңәштәрен бирә.
— Фельдшерыбыҙ Гертруда Батыршина — бик әҙәпле, ярҙамсыл кеше, халыҡ менән белем hәм тәжрибәһен теләп уртаҡлаша. Ауыл халҡы араһында абруйлы hәм хөрмәткә лайыҡ булыуы осраҡлы түгел. Һәр кешегә иғтибарлы, сабыр, ваҡытында яҡшы һүҙ менән тынысландыра hәм рухландыра белә, — ти  ауылдаштары исеменән Фәриҙә апай Мөғәллимова.
Гертруда Вячеславовна тормош иптәше  Алексей Борисович менән ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Улар етеш, мул тормошта, пар ҡанаттар ышығында үҫә. Батыршиндарҙың ҡорған донъяһы ла матур. Улар туғандары, дуҫтары, күршеләре менән йылы мөғәмәләлә йәшәй, һәр кем өсөн ишектәре асыҡ, күңелдәре киң. 

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Һәр кешегә иғтибарлы
Һәр кешегә иғтибарлы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас