- Иртәнге сәғәт 6 менән 7 араһында кешенең хәтере бик шәп эшләй. Был мәлдә һәр төрлө мәғлүмәт бик еңел үҙләштерелә һәм хәтерҙә ныҡ һаҡлана.
- Иртәнгә сәғәт 8 менән 9 араһында кешенең логик фекерләү һәләте көсәйә. Аналитик фекер йөрөтөүгә бәйле эшмәкәрлек өсөн уңайлы мәл.
- Иртәнгә сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем һәр төрлө мәғлүмәт һәм статистика менән эшләү өсөн ҡулай ваҡыт.
- Иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 12-гә тиклем интеллектуаль һәләт кәмей, тимәк, иғтибраҙы башҡа сит нәмәгә йүнәлтергә мөмкин. Мәҫәлән, йыр тыңлап алырға һ.б.
- Көндөҙгө 12-нән 2-гә тиклем төшкө аш өсөн иң ҡулай ваҡыт. Был ваҡытта аш тулыһынса эшкәртелә һәм еңел үҙләштерелә.
- Көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем актив ял итеү өсөн яҡшы осор. Мейе был ваҡытта көсөргәнешле эшләй һәм уның тәүге билдәһе – төндә тиҙ генә йоҡоға китә алмау.
- Киске сәғәт 9-ҙан төнгө 11-гә тиклем мейе һәм нервы системаһы тулыһынса ял итә.
- Сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем йоҡаҡ энергияның яңынан тергеҙелеү ваҡыты. Ҡытай медицинаһында уны “ци” тип йөрөтәләр, фәндә нервы һәм мускулдар көсө, тип аңалатыла.
- Төнгө 1-ҙән 3-кә тиклем кеше эмоциональ энергияһын тергеҙә.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-18/keshene-bios-tt-re-nisek-eshl-y-3148488