Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
16 Февраль 2023, 07:01

Тымауҙан — кишер һуты

Һалҡын тейеп йәиһә вирус эләктереп, ауырығанда ғә тымауҙан яфаланаһығыҙымы? Улайһа түбәндәге дауалау ысулын ҡулланып ҡарағыҙ.

Тымауҙан — кишер һутыТымауҙан — кишер һуты
Тымауҙан — кишер һуты

Яңы һығылған кишер һуты тиҙ арала тымауҙан ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн кишер һутына 1: 1 нисбәтендә үҫемлек майы ҡушып бутарға һәм бер нисә тамсы   һарымһаҡ һуты өҫтәргә. Был ҡатнашманы  көнөнә 3-4 тапҡыр  танауға тамыҙырға.  Дауалауҙы тиҙ арала башлағанда, иртәгәһенә үк еңеллек тойорһоғоҙ.  Дауаланыу ваҡытында бал һәм лимон менән үлән сәйе эсеү ҙә зыян итмәй.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-16/tymau-an-kisher-uty-3145088?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Тымауҙан — кишер һуты
Тымауҙан — кишер һуты
Автор:
Читайте нас