

Теш һыҙлауҙан да яман ауыртыу юҡтыр ул. Был хәл беҙҙең барыбыҙға ла таныштыр. Шөкөр, бөгөн медицина, шул иҫәптән стоматология ла алға атлай. Яңы технологиялар теш дауалауҙы ауыртыуҙарһыҙ һәм бик һөҙөмтәле башҡарырға мөмкинлек бирә. Иҫке Балтаста 2020 йылдан башлап эшләп килеүсе “Ғаилә стоматологияһы” клиникаһы сифатлы хеҙмәт күрһәтеүе менән райондаштарҙың ихтирамын яулаған.
Теш табибы — абруйлы һәм ауыр һөнәрҙәрҙең береһе, шуға ла был өлкәлә оҫталыҡҡа ирешеү еңел бирелмәй. Бигерәк тә дауалау технологиялары көнләп түгел, сәғәтләп үҙгәреүен иҫәпкә алһаҡ, был һөнәр эйәләренә һәр саҡ үҫештә булырға кәрәк.
Гөлшат Финат ҡыҙы менән Илнур Вәсил улы Шәрифйәновтар булмыштарын ошо хеҙмәткә бағышлай. Улар үҙ эшенең оҫталары, икеһе лә һөнәрҙәренә бар тырышлығын һәм күңел йылыһын һала. Үҙҙәре етәкләгән клиника коллективы ла ошондай белгестәрҙән тора.
— Эшемде бик яратам, — ти Гөлшат Финат ҡыҙы. — Тик стоматологияла был ғына етмәй, ҡул оҫталығы, психолог була белеү ҙә, белемеңде даими арттырып тороу ҙа кәрәк. Эштә ыңғай һөҙөмтәләрҙе һәм ҡәнәғәт пациенттарҙы күреү көс-дәрт бирә. Һәр кеше үҙенә башҡа, уның талаптарын, теләктәрен аңларға һәм үтәргә кәрәк. Эштең ҡайһы өлөшө иң ҡатлаулы йәки еңел икәнен әйтеп булмай. Һәр организм үҙенсәлекле, төрлө кешеләрҙә бер үк дауалау төрлө ваҡытты талап итә.
Гөлшат Финат ҡыҙы һәм Илнур Вәсил улы икеһе лә Балтас районынан. Бер-бер артлы урта мәктәпте тамамлағас, Өфөлә башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетына уҡырға инәләр. Юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙ һөнәрҙәре буйынса Тәтешле районы дауаханаһына эшкә ҡайталар. Бирелә улар ҙур яуаплылыҡ һәм теләк менән эшләй, тәжрибә туплай. 2018 йылда йәштәр оҙаҡ йылдар осрашып йөрөгәндән һуң гөрләтеп туй үткәрә.
Шәрифйәновтар стоматология өлкәһендә бер нисә йыл тәжрибә туплағандан һуң үҙҙәренең тыуған ауылдарында шәхси клиника асып, яратҡан һөнәрҙәрен ғаилә бизнесына әйләндереү теләге тыуа. Шулай итеп, өс йыл элек Балтас районында яңы клиника барлыҡҡа килә.
“Ғаилә стоматологияһы”нда пациенттарға сифатлы хеҙмәт күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Яңы клиника тештәрҙе дауалау өсөн заманса медицина йыһаздары, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бында кариес һәм уның эҙемтәләрен дауалау, протездар яһау, тештәрҙе тергеҙеү, таҙартыу һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә. Консультация үткәрелгәс кенә тештәрҙе дауалай башлайҙар.
“Тәүге пациентығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?” — тигән һорауға:
— Әлбиттә, хәтерләйем. Ләкин уны ҡабул иткәндә ҡурҡыу хисе түгел, ә үҙ эшемде сифатлы итеп башҡара алырмынмы, шуның өсөн тулҡынланған иҫтә ҡалған. Тейешле нәтижәгә ирешә алғас, ҡәнәғәтлек хисе тыуа. Ә күпмелер ваҡыттан һуң шул уҡ пациент йәнә беҙҙең дауаханаға мөрәжәғәт итеп нәҡ бына һиңә — йәш табипҡа ҡабул итеүгә яҙылғас, эшеңде тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ менән тырышыбыраҡ эшләй башлайһың, — тине Илнур Шәрифйәнов.
Балтастар “Ғаилә стоматологияһы” клиникаһын сифатлы итеп теш дауалау урыны булараҡ белә. Биреләге бөхтәлек, заманса биҙәлеш, табиптар тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән стенд, пациенттарға йылы мөнәсәбәт һәм асыҡ йөҙ бында тейешле хеҙмәт күрһәтелеүгә бер ниндәй ҙә икеләнеү ҡалдырмай. Ишекте асып инеүгә һәр кемде яғымлы һәм мөләйем шәфҡәт туташы Альбина Әхәтова ҡаршы ала.
— Иң мөһиме — хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарыуы. Беҙ кешеләр сәләмәтлеге өсөн яуаплы, шуға ла яңылышыуҙарға, сифатһыҙ эшсәнлеккә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Коллективтың бер-береһен аңлап, ярҙамлашып, бер команда булып эшләүе беҙҙең өсөн беренсе урында, — ти Илнур Вәсил улы.
Гөлшат Финат ҡыҙы һәм Илнур Вәсил улы тураһында райондаштарынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин. Улар һәр пациентты иғтибар менән тыңлай, йыуата, тештәрҙе, ауыҙ эсен тәрбиәләү һәм һаҡлау буйынса файҙалы кәңәштәрен бирә.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.