Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Февраль 2023, 10:00

Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү

Ҡурҡыныс ауырыу — яман шештән һаҡланыу өсөн дөрөҫ туҡланыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. 

Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү
Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү

Онкологияның үҫешенә булышлыҡ итеүсе аҙыҡ-түлектәр:

  1. Аҙыҡтағы E-125 (буяусы матдә), E-510 (хлорид аммонийы), E-513 (көкөрт кислотаһы), E-527 (аммоний гидроокисы кеүек ҡушымталар.
  2. E-211 натрий бензонаты консерванты. Маринадланған  ҡыярҙа,   емеш-еләк  бәлештәрендә, консерваларҙа, креветкала, паштетта, косметикала күп була.
  3. Алкоголь
  4. Шәкәр. Айырыуса аҡ һәм рафинадланған шәкәр зыянлы.
  5. Бензопирен. Ыҫланған ит аҙыҡтарында, шпротта була.
  6. .Оҙаҡ ҡараймаусы һәм иҫкермәүсе Fast Food картуфы.
  1. Тоҙ. Уны артыҡ күп ҡулланыу организм өсөн зарарлы.
  2. Соустар, ҡоро аштар һам башҡа күп кенә аҙыҡ-түлектәрҙә тәмде көсәйтеүсе E-621.
  3. Әсетке менән бешерелгән икмәк. Бәшмәктәрҙең үҫеше өсөн бик уңайлы мөхит тыуҙыра.
  4. Сәтләүектәр. Айырыуса ерҙә үҫкән сәтләүектәр хәүефле. Улар ҙа ла бәшмәк үрсеүе ихтимал.
  5. Консервалар. Ҡышҡылыҡҡа күп итеп консерва әҙерләргә тырышмағыҙ. Унан күҙәнәктәр тоҙ, һеркә генә ала, бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ тип әйтергә мөмкин.      
  6. FastFood. Күп тапҡырҙар ҡыҙҙырылған  май  һәм транс майҙар  бик көслө канцероген булып тора. 
  7. Көнөнә өс сынаяҡ ҡәһүә күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен арттыра.
  8.  ГМО  һәм үҫеш гормондарын  ҡошсолоҡ менән малсылыҡта киң ҡулланалар.   

Яман шешкә ҡаршы  тәрилкәгә  куркума, имбирь кеүек аш тәмләткестәр, һаымһаҡ, һуған, ҡыҙыл борос, күк һуған, кәбеҫтә, төҫлө кәбеҫтә, брокколи һалырға мөмкин. Уларҙы 50 градуста ғына эшкәртергә ярай. Шулай уҡ йәшелсәләрҙән  сөгөлдөр, шалҡан, сельдерей, шпинат, баклажан,  ҡабаҡ, керән, кишер, ҡыяр,  редис,  кресс-салат, торма,борсаҡ, помидор өҫтәргә мөмкин. Майҙарҙан зәйтүн менән етен майын ҡулланырға кәңәш итәләр. Мүк еләге, ҡара көртмәле, ҡара бөрлөгән кеүек еләктәр файҙалы. Емештәрҙән слива, персик, нектарин яҡшы. Шулай уҡ  соя яман шешкә ҡаршы бик яҡшы сара булып тора.

Куркума –ялҡынһыныуға ҡаршы бик көслө сара. Уны ҡулланыу  бауыр, ашҡаҙан, йыуан эсәк, һөт  биҙҙәре  яман шеше  ауырыуҙарынан һаҡлай. Мәҫәлән, даими рәүештә куркума ҡулланыусы индустар үпкә яман шеше менән 8 тапҡырға, йыуан эсәк яман шеше менән – 10 тапҡырға, һөт биҙҙәре яман шеше менән – биш ,  бөйөр яман шеше менән – 10, ә простата биҙе яман шеше менән хатта 50 тапҡырға әҙерәк ауырыйҙар.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-02-04/onkologiya-auyryu-aryn-i-k-rte-3130741
Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү
Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү
Автор:
Читайте нас: