Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
31 Ғинуар 2023, 12:26

Ҡышын бит тиреһен тәрбиәләү

Ҡыш дөйөм организм өсөн ет­ди һынау һәм һауа торошоноң киҫ­кен үҙгәреше иң тәүҙә тән тире­һенә кире йоғонто яһай. Һыуыҡҡа айырыуса бит тиреһе тиҙ бирешә, шымалығы, тәбиғи нәзәкәтлеге юғала. Йөҙөбөҙ сәләмәтлек менән балҡып торһон өсөн тирене фай­ҙалы матдәләр менән туҡланды­рып тороу зарур.  

Ҡышын бит тиреһен тәрбиәләү
Ҡышын бит тиреһен тәрбиәләү
Урамға сығырға ярты сәғәт алда тирене һаҡлай торған махсус крем һөртөү кәрәк. Уның урынына тональ крем да файҙаланырға була.
Аҡ сәскә, йылан тамыры, бөтнөк, эт дегәнәге үләндәренән (ҡара йәки йәшел сәйҙән дә ярай) яһалған төнәт­мәне туңдырып, боҙ киҫәктәрен битте йыуыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
 
 

Бал менән йомортҡа ағынан битлек
Бит төләгән осраҡта бер балғалаҡ балға туғылған йомортҡа ағы ҡушып болғатырға ла әҙер битлекте 6-7 минутҡа биткә яғырға. Биш минуттан бал йәбешкәнсе бармаҡ остары ме­нән генә биткә һуҡҡылап алыу кәңәш ителә. Бит тиреһен тартырға ярамай, уға һаҡ ҡына баҫырып ҡағылалар. Артабан битте һалҡынсараҡ һыу ме­нән сайҡатырға.
 
 

Киндер орлоғонан
Арығанлыҡты бөтөрөү, биткә сафлыҡ өҫтәү өсөн киндер орлоғонан әҙерләнгән битлек ярҙам итә. Ике ҡалаҡ киндер орлоғона ике стакан һалҡын һыу ҡойоп, бутҡа рәүешенә ингәнсе ҡайнатабыҙ. Һуңынан һөҙөп, йылы көйөнсә биткә һылайбыҙ. 20 минут тотабыҙ. Йылымыс һыу менән йыуып төшөргәс, биткә майлы крем һөртөргә тәҡдим ителә.
 
 

Балдан, ондан, һөттән
Витаминдарға, микроэлементтар­ға бай бал бит тиреһе өсөн алмаштырғыһыҙ. Ундағы файҙалы матдәләр тирене туҡландырыу һәм шымартыу көсөнә эйә. Тигеҙ күләмдә он, бал һәм һөттө бергә ҡушып бутарға ла ярты сәғәткә биткә һыларға. Аҡ сәскә төнәтмәһе менән сайҡатырға.

Эремсектән
30 грамм эремсеккә йомортҡа һа­рыһы ҡушып туғырға. Биткә яғып, 15 минут тоторға. Ул биттең ҡыҙыллығын ала, шымарта һәм туҡландыра.
 
 

 

А. ШӘҺИТОВА әҙерләне.
https://bashkizi.ru/articles/uly-dan-y-n/2019-11-01/yshyn-bit-tire-en-t-rbi-l-792044
Ҡышын бит тиреһен тәрбиәләү
Ҡышын бит тиреһен тәрбиәләү
Автор:
Читайте нас: