Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Ғинуар 2023, 11:32

Бәләкәйҙән балаларҙы “дауалаған”

Тулыраҡ: 

Бәләкәйҙән балаларҙы “дауалаған”
Бәләкәйҙән балаларҙы “дауалаған”

Рената Мөхәмәтйәнова Хәлил ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ата-әсәһен ул кескәй сағынан уҡ тыңлаулы, ололарға ихтирамлы булыуы менән ҡыуандыра. Мәктәптә тик “5”ле билдәләренә генә уҡып, алтын миҙалға тамамлай. Аҡыллы ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын да уңышлы тапшыра. Бигерәк тә рус теле, биология, химия фәндәренән һөҙөмтәләре юғары була.
Рената бәләкәйҙән үк педиатр булырға хыяллана. Ул дуҫтары менән гел генә “дауахана” уйнап, уларҙы “дауалап” та йөрөй. Бына ошо ҡайнар теләге Ренатаны Башҡорт дәүләт медицина университетына алып килә. Әлеге ваҡытта ул педиатрия факультетында 2-се курста белем ала.
— Мин үҙ теләгем буйынса уҡырға инеүемә шатланып бөтә алмайым. Аҡ халатлы студент тормошо бигерәк тынғыһыҙ. Шулай ҙа тырышлыҡты алға алып, киләсәктә юғары белемле балалар табибы булырға хыялланам. 1-се курсты тамамлағандан һуң практикаға ебәрҙеләр. Миңә медицинаға тәүге аҙымды үҙебеҙҙең район дауаханаһының хирургия бүлегендә атларға тура килде, — тип һөйләй буласаҡ табип.
Ренатаға ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу бик оҡшаған, шәфҡәт туташтары ла аҡ халатлы тырыш ҡыҙҙы яратып, ихтирам итеп өлгөргән. Уколды еңел генә ҡаҙарға, башҡа процедураларҙы үтәргә өйрәнеп алған да инде ул.
Студентыбыҙ медицина университетында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, тырышлығы менән үҙен танытып өлгөргән. “Тел һәм медицина” фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһап, диплом менән бүләкләнгән.
Белгес дипломын ҡулына алыу менән тыуған районына ҡайтасағын белдерҙе Рената Илфар ҡыҙы. Теләге — ауырыуҙарға тарыған сабыйҙарҙы дауалау, хәлдәрен яҡшыртыу, уларға ҡарата миһырбанлы, ихтирамлы булыу. Амин, шулай булһын! Әлегә Рената ҡат-ҡат конспекттар, китаптар уҡып, ҡышҡы сессия тапшырырға әҙерләнә. Ололар әйтмешләй, Хоҙай уға тел асҡыстарын бирһен!

Гөлнара Солтанова.

Бәләкәйҙән балаларҙы “дауалаған”
Бәләкәйҙән балаларҙы “дауалаған”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: