Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Ғинуар 2023, 10:00

Нилектән баш ауырта?

Халыҡ араһында күп төрлө ырым-ышаныуҙар йәшәй.

Нилектән баш ауырта?
Нилектән баш ауырта?

Баш тураһындағылар ҙа етерлек. Мәҫәлән, ”Баш кейемен өҫтәлгә һалһаң – башың ауырый”, “Баш кейемен ҡулға тотоп болғаһаң – башың сиргә һабышыр”... Ә бына биолог, генетик, клиника психологы Ирина Мальцева әйтеүенсә, баш ауыртыуының гипертония, инсульт, диабет, менингит, яман шеш кеүек етди сирҙәрҙең билдәһе булыуы ла мөмкин.

Ауыртыуҙың баштың ҡайһы ерендә булыуына ҡарап, сәбәбен асыҡларға була, ти табип. Баш өйәнәге менән яфаланғандар йыш ҡына уны “күҙгә энә ҡаҙалғандай” ауырта тип билдәләй, йәғни ауыртыуҙың күҙ эргәһендә булыуына ишаралай. Был сир биттең бер өлөшөндә көслө пульс тибеше менән характерлана. Табиптың әйтеүенсә, уның хатта ҡыҙыл шарап эскәндән, сыр, шоколад ашағандан һуң башланыуы ихтимал.

Эксперттың фекеренсә, баш­тың көслө, пульс тибеше менән барған ауыртыуы йыш ҡына гипертония, ә сатнап, ҡыҫып ауыртыуы стресс ваҡытында күҙәтелә. Ҡаштар, маңлай һәм сикәләр тәңгәлендәге ауыртыуға һыуыҡ тейҙереү сәбәпсе. Хәрә­кәтләнгәндә сикәләрҙә һәм елкәлә барлыҡҡа килгән киҫкен ауыртыу нигеҙҙә остеохондроз менән бәйле. Ирина Мальцева әй­теүенсә, баш ауыртыуына “үтеп китер әле”  тип, ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Баш ауыртҡан һайын дарыу төймәләре йотоу яҡшылыҡҡа килтермәй, сөнки уның бауырҙы эшлектән сы­ғарыуы мөмкин.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Фото:sunhome.ru

Нилектән баш ауырта?
Нилектән баш ауырта?
Автор:
Читайте нас: