Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Ғинуар 2023, 13:33

Бешкән һуғандың иҫ китмәле файҙаһы!

Инфаркт, инсульт, шәкәр диабеты, геморрой, шештәр, гипертония... Ул ярҙам иткән сирҙәрҙе һанап бөтөрлөк тә түгел! 

Бешкән һуғандың иҫ китмәле файҙаһы!
Бешкән һуғандың иҫ китмәле файҙаһы!

Һуғандың көслө антибактериаль тәьҫире бар, был турала барыһы ла белә. Яңы һығылған һуған һуты һәм бал менән бронхит һәм пневмонияны дауалайҙар, йүтәлде бөтөрәләр. Ҡырылған һуғандан компрессорҙар ҡолаҡ һыҙлауын баҫа һәм хатта, аяҡҡа һалһаң, тән температураһын да төшөртә ала.

Тик күптәр духовкала бешкән һуғандың файҙаһы тураһында белеп бөтмәй. Термоэшкәртеү ваҡытында ул үҙенең файҙалы яҡтарын юғалтмай, ә киреһенсә, көслөрәк тәьҫир итә башлай!

Бешкән һуған шештәр һәм оҙаҡ уңалмаған яраларҙы еңергә ярҙам итә. Һуғанды ҡабы менән бергә бешерергә һәм, шәбәйгәнсе, ауыртҡан урынға һалырға кәрәк.

Фурункулдарҙы дауалағанда ла бешкән һуғанды файҙаланырға кәрәк. Йылы һуғанлы компрессты проблемалы урында көнөнә 20 минут тоторға кәрәк. Һәм күп тә тормай фурункул юҡҡа сығасаҡ.

Духовкала бешерелгән һуған ярҙамында хатта гемморойҙы ла дауалап була. Һуғанлы компресстар дезинфекция тәьҫиренә эйә һәм тирегә тиҙ арала тергеҙелеү мөмкинлеге бирә.

Ҡан ойошоу менән проблемалары булған кешеләргә лә бешкән һуғанды йышыраҡ ашарға кәрәк. Инфаркт йәки инсульттан һуң бындай һуғанды көн һайын ашарға ҡушалар!

Бешкән һуғанды шәкәр диабеты йәки ҡанында шәкәр күрһәткестәре "һикереп" торған кешеләргә ҡулланырға тәҡдим ителә. Һуғанды төп ризыҡтарға ҡушып ашарға, шулай уҡ иртәнсәк ас ҡарынға ашап, тулы дауалау курсы үткәрергә була.

Файҙа бер аҙнанан уҡ тойола башлаясаҡ. Был йәшелсәнең составында булған көкөрт һәм тимер ҡандағы глюказа кимәлен нормаға килтереү мөмкинлеге бирә, бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген яҡшырта.

Бешкән һуғанды ҡулланғанда гипертония һәм атеросклероз менән ауырығандарҙың торошо яҡшыра. Һуған ҡан тамырҙарына таҙарынырға ярҙам итә, атеросклеотик айылдарҙан ҡотҡара, ҡан баҫымының ҡырҡа артыуына ҡамасаулай.

Һуғанды духовкала бешергәндән һуң, ни бары һуғанға тәм биреүсе эфир майҙары ғына юҡҡа сыға. Ләкин файҙаһы ҡала...

Шифалы бешкән һуған әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағыһын һайлағыҙ – уларҙа иң күп ҡиммәтле микроэлементтар бар!

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Бешкән һуғандың иҫ китмәле файҙаһы!
Бешкән һуғандың иҫ китмәле файҙаһы!
Автор:
Читайте нас: