Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
11 Декабрь 2022, 11:00

Мандарин иммунитетты нығыта

Мандаринһыҙ Яңы йыл өҫтәлен күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, шулаймы? Етмәһә, ул - һалҡын осорҙа файҙалы витаминдар сығанағы ла.

Мандарин иммунитетты нығыта
Мандарин иммунитетты нығыта

— Мандариндың төп үҙенсәлегенең береһе — бөтә организм һәйбәт үҫешһен өсөн С витамины менән туйындыра. Ул А, В төркөмө витаминдарына, кальций, магний, калийға ла бай. Улар иммунитетты нығыта, организмға инфекция һәм вирустар менән көрәшергә ярҙам итә, — ти эксперт Елена Свиридова.

Белгес фекеренсә, был емеште ҡулланыу тирегә яҡшы тәьҫир итә, сөнки унда эпителийҙың бөтөнлөгөн тәьмин итеүсе А һәм С витаминдары бар. Аскорбин кислотаһы арҡаһында коллаген синтезы әүҙемләшә. Ул тирене һығылмалы итә, шулай уҡ һөйәк, тырнаҡ, сәсте нығыта.
Нутрициолог билдәләүенсә, мандариндың тағы ла бер үҙенсәлеге - ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә, аш һеңдереү эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Тәүлегенә 3-4 мандарин ашарға тәҡдим ителә, унан артығы ҡушылмай, организмға зыян килтереүе бар. Мандаринды күп ашаһаң, аллергия барлыҡҡа килеүе, ашҡаҙан ауырыуҙарының киҫкенләшеүе бар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://ye102.ru/articles/pd/2022-12-05/5-dekabr-n-15-n-tiklem-y-shlek-g-ziten-12-protsent-tashlama-men-n-ya-ylyr-a-ashy-y-y-3057925
Мандарин иммунитетты нығыта
Мандарин иммунитетты нығыта
Автор:
Читайте нас: