Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Декабрь 2022, 17:52

Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?

Һалҡын тейгәндә ауырыу көсәйеп китмәҫ борон туҡтатыу өсөн бик шифалы эсемлек бар. Ул тиҙ арала ауырыуҙың тәүге билдәләрен бөтөрөргә ярҙам итер.

Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?

Уны әҙерләү өсөн бер әфлисун,  бер грейпфрут, бер лимон, бер   һарымһаҡ киҫәге, 3 – 4 см ҙурлығындағы имбирь тамыры һәм 1,5 ҡалаҡ зәйтүн майы кәрәк буласаҡ.

Лимон, грейпфрут менән әфлисундың һутын һығып, ҡырғыстан үткәрелгән  имбирь тамырын, зәйтүн майы һәм төйөлгән һарымһаҡты ҡушып, яҡшы итеп  бутарға. Әҙер төнәтмәне иртәнге аштан һуң бер тынала эсеп ҡуйырға. Имбирь дәрт өҫтәй, һарымһаҡ менән С витамины инфекцияға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, цитрустарҙағы биофлаванидтар  көс өҫтәй, зәйтүн майы организм күҙәнәктәрен һаҡлай һәм эсемлектең тәмен йомшарта.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Һалҡын тейгәндә нимә эшләргә?
Автор:
Читайте нас: