Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Ноябрь , 15:10

Сөгөлдөр ярҙамға килер

Ангина сире билдәләре беленә башлау менән ошо ябай рецепты ҡулланһағыҙ, ауырымаҫһығыҙ.

Сөгөлдөр ярҙамға килер
Сөгөлдөр ярҙамға килер

Ангина билдәләре беленеү менән, беренсе тәүлектә үк, дауалауҙы башламағанда, сир төпкә китеп, ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, йөрәккә көс төшә, ти табиптар.

Халыҡтың был йәһәттән дә үҙ тәжрибәһе бар. Ябай, һөҙөмтәле, шулай ҙа уны ҡулланырғамы-юҡмы - һәр ауырыуҙың үҙ эше.

Бер ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ. Бер стакан ҡырылған массаға бер ҡалаҡ туғыҙ процентлы аш һеркәһе ҡушабыҙ. Ябыҡ быяла һауытта ҡараңғы урында уны дүрт сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Шунан һуң бер нисә ҡат марля аша һөҙөп алабыҙ: ҡуйыһын ташларға, ә шыйығы менән тамаҡты ике-ике сәғәт ярым һайын сайҡатып торорға. Һөҙөмтәһе була.

Фото: shashlik54.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-11-23/s-g-ld-r-yar-am-a-kiler-3043286
Сөгөлдөр ярҙамға килер
Сөгөлдөр ярҙамға килер
Автор:
Читайте нас в