Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ноябрь , 11:22

Яҡшы һүҙе менән дә дауалай

Участка терапевты — иң талап ителгән һөнәр эйәләренең береһе, сөнки ҡайһылыр ерең ауыртһа, беҙ иң тәүҙә нәҡ уға мөрәжәғәт итәбеҙ. 

Яҡшы һүҙе менән дә дауалай
Яҡшы һүҙе менән дә дауалай

Ауырыуҙарҙы иғтибар менән тыңлау, ентекле тикшереү, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау табиптарҙан үҙ эшеңдең оҫтаһы булыуҙы талап итә. Был йәһәттән үҙәк район дауаханаһы терапевты Альбина Йәмидәнова һынатмай, яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе менән ауырыуҙарҙың тәнен генә түгел, йәнен дә дауалай.
Альбина Мишкә ауылында Фиалка һәм Салауат Әндерйәновтар ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе икеһе лә район мәғариф системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән, бар ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған хөрмәтле уҡытыусылар. Салауат Кәримйән улы — мәктәп директоры, физика уҡытыусыһы, Фиалка Карам ҡыҙы сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләй.
Тырыш ҡыҙ 2000 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Кешеләргә сирҙәрҙе еңергә ярҙам итеү теләге медицина юлына алып килә. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын 2006 йылда уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын башлай. 2012 йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса тыуған районына эшкә ҡайта.
Һәр пациентҡа ҡарата иғтибарлы, үҙенең бурыстарына яуаплы ҡараған табип күп тапҡыр Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемен лайыҡлы йөрөтә.
— Табип һөнәре — бик яуаплы эш. Кеше һиңә өмөттәр бағлап килә. Күп осраҡта яҡшы психолог булырға ла тура килә. Дөйөм алғанда, эш ҡатмарлы, әммә миңә оҡшай. Гәзит уҡыусыларға шундай кәңәштәр бирер инем: сәләмәт булыр өсөн, иң беренсе, дөрөҫ туҡланырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, физик йөкләмәне контролдә тоторға, саф һауала күберәк булырға, стресҡа бирелмәҫкә кәрәк, — ти Альбина Салауат ҡыҙы.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Яҡшы һүҙе менән дә дауалай
Яҡшы һүҙе менән дә дауалай
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас в