

Тәбиғәттең көйһөҙләнеүе, һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо, берсә һалҡын ямғыр, берсә ҡар яуыуы, ҡояш нурҙарының һүлпәнәйеүе – барыһы ла сәләмәтлеккә тәьҫир итмәй ҡалмай. Тап ошо ваҡытта күптәр һаулығын ныҡлап хәстәрләй, иммунитетын киҙеү осорона әҙерләй башлай. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләр үҙ һаулығына нығыраҡ иғтибар итеүсән, алдан хәстәрлек күреүсән. Табиптар иһә оло йәштәгеләргә түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.
Иммун системаһын нығытыуҙың төп һөҙөмтәле алымдарының береһе, әлбиттә, әлегә тиклем эскән витаминдар күләмен арттырыу. Был иһә синтетик препараттарҙы йәки төрлө емеш-еләкте, йәшелсәне күпләп ашауҙы аңлатмай, көндәлек аҙыҡ-түлек рационын витаминдарға бай итеп әҙерләү, тигән һүҙ. Тик бына, табиптар әйтеүенсә, йыш сирләгәндәргә биологик йәһәттән әүҙем өҫтәмәләр ҙә талап ителә. Улар дарыуханаларҙа һатыла. Мәҫәлән, ҡайһы бер витаминдар балансын (миҫалға С витаминын алайыҡ) йыл әйләнәһенә һаҡлау зарур. Әйткәндәй, баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда – ике, ә тимер биш-ун тапҡырға күберәк.
Киҙеү миҙгеле алдынан өлкән йәштәгеләргә С, А, В төркөмө витаминдарын, шулай уҡ цинк, калий, кальций, селен кеүек файҙалы микроэлементтар туплауға иғтибар итергә кәрәк. Уларҙы йыл әйләнәһенә айырым йәки витаминлы комплекстар составында ҡулланырға мөмкин.
Һалҡындарға яҡшыраҡ әҙерләнеү өсөн биохимик анализға ҡан биреп, унда ҡайһы бер витамин һәм микроэлементтар миҡдарын асыҡлау ҙа зыян итмәҫ. Участка табибына мөрәжәғәт итһәгеҙ, ул организмдың ниндәй витаминдарҙы насар үҙләштереүен әйтеп бирер һәм был мәсьәләне хәл итеү алымын билдәләр. Ҡағиҙә булараҡ, бының сәбәбе йыш ҡына аш һеңдереү ағзаларының хроник сирҙәренә ҡайтып ҡала. Был осраҡта витаминдарҙы дарыуҙар менән эсергә тура киләсәк.
Шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: ниндәй ҙә булһа витаминды йәки дарыуҙы эсер алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. Хәлегеҙ бигерәк киҫкен икән, белгесте йортоғоҙға саҡыртығыҙ. Һаулыҡҡа бәйле ваҡытта һәр минуттың ҡәҙерле икәнлеген онотмайыҡ. Әйткәндәй, хәҙер һанлы хеҙмәттән файҙаланып, медицина белгесен өйгә саҡыртырға мөмкин. Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Уның өсөн түбәндәге ғәмәлдәрҙе атҡарырға кәрәк:
l Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгәс, “Һаулыҡ” бүлегендә “Табипты өйгә саҡырырға” хеҙмәтенән файҙаланырға;
l мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерергә йәки башҡа кешегә саҡыртһағыҙ, пациент тураһындағы белешмәләрҙе кертергә (исем-шәрифе, тыуған көнө, енесе, мотлаҡ медицина страховка полисы, СНИЛС);
l табип киләсәк адресты раҫларға йәки яҙырға;
l ирекле формала саҡырыу сәбәбен күрһәтергә.
Күрһәтелгән адрес буйынса урынлашҡан поликлиника саҡырыуҙы ҡабул итәсәк. Табип та шул поликлиниканан киләсәк. Бер нисә кеше сирләһә, Дәүләт хеҙмәттәрендә һәр береһенә айырым форманы тултырыу талап ителә. Телефон аша саҡырғанда ярҙамға мохтаж барлыҡ кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе әйтегеҙ. Ғариза көндөң тәүге яртыһында яҙылһа, табип төштән һуң киләсәк, әгәр кис икән – икенсе көн иртәһендә.
Айһылыу НИЗАМОВА
https://bashgazet.ru/articles/g-zitk-ya-ylyu/2022-11-12/armiyala-sa-ta-la-bash-ortostan-dy-aldyr-ym-3026999