Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
18 Октябрь 2022, 09:42

"Йүнәлдем бит, йүнәлдем!"

“Тәнемдә теләһә ниндәй паразиттар күбәйгән тейҙәр, ә дарыуҙары һөҙөмтә бирмәй” тип зарланған, онкология сире хәүефе янаған апайҙы шәбәйткән рецепт - яҙмала. 

"Йүнәлдем бит, йүнәлдем!""Йүнәлдем бит, йүнәлдем!"
"Йүнәлдем бит, йүнәлдем!"

Фәнүзә Танһыҡҡужинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән яҙманы тәҡдим итәбеҙ.

"Ныҡ ябыҡ, һәр саҡ хәле булмаған апайҙың “тәнемдә теләһә ниндәй паразиттар күбәйгән тейҙәр, ә дарыуҙары һөҙөмтә бирмәй” тип зарланыуы ҡурҡыныс булып тойолғайны. Эйе, тәндәге теләһә ниндәй ҡорттар кешеләрҙе онкология сирҙәренә алып барып еткерә. Улар һалған йомортҡалар тәндәге төрлө органдарҙы серетә башлай һәм урынында шеш барлыҡҡа килә. Пандемия ваҡытында ул апай бөтөнләй күренмәне. Ошо көндәрҙә тап итһәм – бөтөнләй икенсе кеше. Тулыланған, йәшәреп киткән, күҙҙәре янып тора. “Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем! Халыҡ медицинаһы ысулын өйрәткәйнеләр. Ярты йыл тигәндә кеше булдым. Әле лә ваҡыты-ваҡыты менән профилактика өсөн эсәм”, - тине.

Шулай итеп, 50 грамм гөлбаҙран сәскәһен (пижма), 30 грамм әрем үләнен, 30 грамм ҡәнәфер бөртөктәрен термосҡа һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡайнап торған бер литр һыу ҡоябыҙ. Өс-дүрт сәғәт тотабыҙ. Ошо төнәтмәне ике аҙна иртәле-кисле 200 миллилитрлап эсәбеҙ", - тиелә яҙмала.

Төнәтмәне эшләп эсер алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото һәм текст сығанағы: Фәнүзә Танһыҡҡужина.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-10-17/y-n-ldem-bit-y-n-ldem-2992622?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
"Йүнәлдем бит, йүнәлдем!"
"Йүнәлдем бит, йүнәлдем!"
Автор:
Читайте нас