Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
2 Октябрь 2022, 05:00

Йәш белгес эшкә ҡайтты

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема — кадрҙар мәсьәләһе. Әлеге ваҡытта Мишкә район дауаханаһында һигеҙ табип вакансияһы асыҡ. Шуға күрә лә йәш белгестәрҙең районға ҡайтыуы мишкәләр өсөн ҙур шатлыҡ.

Йәш белгес  эшкә ҡайттыЙәш белгес  эшкә ҡайтты
Йәш белгес эшкә ҡайтты

 Район үҙәге дауаханаһына эшкә ҡайтыусыларҙың береһе — табип-терапевт Нурзидә Фирдүс ҡыҙы Сиражетдинова.
Нурзидә Сиражетдинова 1997 йылдың 15 июнендә Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Венера һәм Ирек Мостафиндар ғаиләһендә сәскәләй ике һылыу ҡыҙ — Нурзидә һәм Эльвина тәрбиәләнә. Нурзидә Али Карнай исемен йөрөткән Оло Шаҙы мәктәбендә белем ала. Уҡыған йылдарында биология, химия фәндәрен яратып өйрәнә.
Мәктәптә Зилә Ғосман ҡыҙы Шаһиеваның биология, химия дәрестәрен көтөп ала инем. Ул был фәндәргә һөйөү уятты. Киләсәктә табип һөнәрен һайлауымда ла уның өлөшө ҙур. Уҡытыусыма бик рәхмәтлемен. Бәләкәй саҡтан табип булырға, әбей-бабайҙарҙы дауаларға хыялландым. 9-сы класта уҡыған ваҡытта үҙем өсөн аңлы рәүештә ошо изге һөнәрҙе үҙләштерергә ҡарар иттем. Туғандарым араһында медицина өлкәһендә эшләүселәр юҡ. Һеңлем менән икебеҙ ҙә медицина юлын һайланыҡ, — ти Нурзидә Фирдүс ҡыҙы.

Йәш белгес  эшкә ҡайтты
Йәш белгес эшкә ҡайтты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас