Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Август 2022, 16:37

Организмды таҙартабыҙ

Һәр кешенең организмында төрлө паразиттар йәшәй. Улар ҙур сирҙәргә килтермәһен өсөн түбәндәге биш продукт ярҙамға килер.

Организмды таҙартабыҙ
Организмды таҙартабыҙ

Кейәү үләне йә ҡанүлән (тимъян). Был япраҡлы үҫемлек иммун системаһында мөһим булған сәнскесле биҙҙең эшмәкәрлеге өсөн кәрәк. Иммунитетты күтәреү өсөн кейәү үләнен эхинацея япрағы ҡушып, бешереп эсәләр. Ҡанүләндән алынған май ашҡаҙан-эсәк юлындағы ҡорттарға ҡаршы ҡулланыла.


Ҡәнәфер (гвоздика). Ғәҙәттә, уны аш-һыу яраштырғанда тәм өсөн өҫтәйҙәр. Ҡәнәфер шулай уҡ бактерияларға, вирус һәм төрлө бәшмәктәрҙең үҫешенә ҡаршы тора алырлыҡ үҙенсәлеккә эйә. Унан алынған эфир майы ҡорттарҙың йомортҡаларына тиклем үлтерә.


Әрем (полынь). Хәҙер уның тураһында белмәгән кеше ҡалманы. Уны ашҡаҙан сирҙәренән һәм эсәк буйындағы ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланалар. Микробтарға ҡаршы торорлоҡ көслө сара ул. Ауырлы һәм имеҙгән ҡатындарға был үләнде ҡулланыу ярамай.


Һарымһаҡтың бөтә төр микробтарҙы ла һәләк итә алыуы тураһында һәр кемгә мәғлүмдер. Ул хатта организмдан ауыр металдарҙы ла сығара. Ә еҫе иһә ҡан һурғыс бөжәктәрҙе өркөтә.


Имбир. Ул ауыртыныу тыуҙырыусы бактериялар менән яҡшы көрәшә, организмда барған елһенеү процесын туҡтата, тынысландыра, иммунитетты нығыта. Имбирҙе сәйгә өҫтәп эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.


Өҫтә һаналған биш продукт организмда паразиттар үрсеүгә ҡаршы көрәштә яҡшы сара булып тора. Аҙаҡ дауаланып аҙапланғансы әленән уны нығытыу, сирҙәрҙе иҫкәртеү яҡшыраҡ.

Автор:Гульгина Тагирова
https://aulut.ru/articles/novosti/2022-08-29/organizmdy-ta-artaby-2926206?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572
Организмды таҙартабыҙ
Организмды таҙартабыҙ
Автор:
Читайте нас: