Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Август 2022, 09:29

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...

Андыҙҙы көслө дауалау сараһы булараҡ элек-электән яҡшы белгәндәр. Русса исеме буйынса - девясил - халыҡ уны төп туғыҙ ауырыуға ҡаршы тора алырлыҡ көскә эйә тип билдәләгән  

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...
Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...

Ул ирлек ҡеүәтен нығытыусы, йөрәкте һаҡлаусы, иммунитетты, тонусты, дөйөм кәйефте күтәреүсе булып иҫәпләнгән, ә сәскәһенән төнәтмә алкоголь билдәләре менән көрәшеүҙә бик һөҙөмтәле, тигән фекер ҙә киң таралған.

Бигерәк тә үҫемлектең тамыры файҙалы - унда 45 процентҡа тиклем биологик әүҙем матдә - инулин тупланған. Ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалыуҙа булышлыҡ ҡыла. Шуның өсөн эс ҡатыу менән яфаланғандарға уның төнәтмәһе бик килешә. Бынан тыш, был матдә эсәктә файҙалы микробтар үрсеүенә булышлыҡ итә. Тағы ла ул кальций менән магний үҙләштерелеүен көсәйтә, был үҙ сиратында һөйәктәрҙе һәм мускулдарҙы нығыта, эсәктәрҙән холестеринды ҡыуалай тигән һүҙ.

Андыҙҙа төрлө ыҫмала, күп төрлө эфир майҙары, алколоидтар, аскорбин һәм токоферол витаминдары бар. Шунлыҡтан ул һыуыҡ үткәреп йүткергәндә, үпкәне лайланан таҙартыу өсөн, төрлө бактериялар, елһенеүҙәргә ҡаршы уңышлы ҡулланыла ала. Матдәләр алмашыныуын көйгә һалыр, аппетитты күтәрер, ашҡаҙан-эсәктә патологияны, төрлө яраларҙы дауалар өсөн дә андыҙ тамыры - яҡшы сара.

Дауаланыу өсөн төнәтмәне төрлөсә яһарға була. Әлегә шуларҙың береһен генә яҙабыҙ: мәҫәлән, һыуыҡ үткәндә, бер ҡалаҡ кипкән тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға. Һөҙгәс, стакан тулырлыҡ итеп тағы ҡайнар һыу өҫтәргә. Төнәтмәне тәүлек әйләнәһенә ҡулланырға: бер ҡалаҡтан башлап стакандың дүрттән бер өлөшөнә тиклем генә ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Ошоноң менән тамаҡты сайҡатырға ла, ингаляция һәм компресс эшләргә лә була. Тәм өсөн бал өҫтәргә мөмкин.

Көслө дауалау сараһы булғанлыҡтан, йөрәк сирлеләргә, ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, ашҡаҙанда әселек юғары, ҡан баҫымы түбән, үҫемлеккә аллергия булғандарға андыҙ менән дауаланыу ярамай!

Фото:about-tea.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...
Андыҙ барҙа ат үлмәҫ...
Автор:
Читайте нас: