– Был донъяла бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ғүмеребеҙҙе, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, тыуған илебеҙгә файҙалы кеше булырға тырышығыҙ, – тине Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
Ул Ҡыйғы районын спорт һөйөүсән район тип телгә алды.
– Инфраструктурабыҙ бик үҫешкән. Районда бик һәйбәт стадион төҙөлгән, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе төҙөкләндерелгән. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙан беҙҙең генә бассейныбыҙ бар. ГТО үткәреү өсөн ҡаплаулы универсаль майҙансығыбыҙ бар. Ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Спорт буйынса һынатҡаныбыҙ юҡ. ГТО һөҙөмтәләре буйынса 7-се урындабыҙ. Элек 23-сө, 24-се урындарҙа килә инек, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Шишмә районы Алкин ауылында урынлашҡан "Патриот" паркы майҙансығында "Геройҙары уҙышы" бара. Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ярыша.