Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Июль 2022, 15:15

Борай районында яңы ФАП асылды

Ҡарабай һәм Бигәнәй ауылдары халҡы уңайлы шарттарҙа төрлө дауалау процедуралары аласаҡ

Борай районында яңы ФАП асылды
Борай районында яңы ФАП асылды

Ауылда медпункт булыу — оло бәхет. Ауырып киткән осраҡта ла, көнкүрештә ниҙер эшләгәндә берәй ереңде киҫһәң дә, бәрһәң дә, шунда йүгерәбеҙ. Борай районының Ҡарабай ауылында ла ошо көндәрҙә ҡыуаныслы ваҡиға булды — 350 кешене хеҙмәтләндерәсәк яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Заманса медицина пункты республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Бирелә фельдшер кабинеты, процедуралар яһау бүлмәләре урынлашҡан, һыу, канализация үткәрелгән. Бар нәмә лә санитар нормаларға һәм талаптарға яуап бирә. Сәләмәтлектәре буйынса  мөмкинлектәре сикле пациенттар өсөн пандус ҡуйылған. Бирелә халыҡҡа беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Хәҙер 350 кеше йәшәгән Ҡарабай һәм Бигәнәй ауылдары халҡы заманса шарттарҙа төрлө дауалау процедуралары аласаҡ, профилактик тикшеренеүҙәр һәм диспансеризация үтәсәк.
    Фельдшер-акушерлык пунктын тантаналы асыуға ошо ауылдарҙа йәшәгән  бар халыҡ йыйылды. Сарала район хакимиәте башлыгы урынбаҫары  Ленар Дамир улы Вәлиев, Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһе башлығы Марат Мансур улы Фазлыев, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Әнүәр улы Хәсәнов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Гөлназ Ханова.

Борай районында яңы ФАП асылды
Борай районында яңы ФАП асылды
Борай районында яңы ФАП асылды
Борай районында яңы ФАП асылды
Борай районында яңы ФАП асылды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: