Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
2 Июль 2022, 09:00

Хажиевтарҙың хеҙмәт династияһы

Балтас районы хеҙмәт династиялары менән дан тота. Һүҙем — Хажиевтар хеҙмәт династияһы һәм шул нәҫел эсендә медицина юлын һайлаған изге күңелле кешеләр тураһында.

Хажиевтарҙың хеҙмәт династияһы
Хажиевтарҙың хеҙмәт династияһы

Яланғас һәм Бүләк ауылдары Балтас районының ике осонда урынлашҡан, аралары, яңылышмаһам, 40 саҡрым ғына барҙыр. 1936 йылда Хәмәт һәм Сәйетйән Хажиевтар Яланғас ауылынан күсенеп килеп, буш урында ер эшкәртеп, йорт-ҡура төҙөп, Бүләк ауылына нигеҙ һалған. “Хәмәт” тип исем бирергә теләк белдереүселәр булһа ла, ауылға “Бүләк” исемен һайлаған Хажиевтар. Сөнки яңы урынға күсеп ултырған һәр ғаилә 0,5 гектар майҙан ергә эйә булған һәм өс йылға һалым түләүҙән азат ителгән. Техникаһы теҙелеп тормаған ул саҡта, эш ҡоралдарын, орлоҡлоҡ игенде күсереү эштәре лә күп көс талап иткән. Әммә Хажиевтарға ышанғандар — тиҙҙән тирә-яҡтан да бирегә халыҡ ағылған. Һуғышҡа тиклем ауылда балалар йәслеһе, колхоз идараһы, 12 склад, ферма, ат аҙбары, иген киптергес, клуб һәм башланғыс мәктәп урынлашҡан ике ҡатлы йорт төҙөлгән. Был иҫ киткес матур ауыл хәҙерге ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтөү алдында тора, ләкин бының сәбәбе был ерҙә тыуған балаларҙың белемгә ынтылыштарында, тип фаразларға тулы хоҡуҡ бар. Шул осор балаларынан 11 кеше юғары белем алып, төрлө өлкәләрҙә дан ҡаҙанып, хеҙмәт һалған.
Хәмәт Хажиевтың һигеҙ балаһы булған. Фәнғәт Хажиев урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Ҡазан дәүләт университетында белем алған, Молотов исемендәге махсус стипендияға лайыҡ булған. Фәнғәт Хәмәт улы — билдәле тупраҡ белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, академик, биология фәндәре докторы. Фәнғәттең ағаһы, Нәфис Хәмәт улы, ғүмере буйы ерҙә эшләгән атаһы юлынан китеп, райондың ауыл хужалығы идаралығын етәкләне, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәдәниә Хәмәт ҡыҙы ғүмере буйына Һәйтәк урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Флүрә Хәмәт ҡыҙы 40 йылдан артыҡ хеҙмәт юлын медицинаға бағышланы: Мата фельдшер-акушерлыҡ пунктында, Көндәшле участка дауаханаһында фельдшер, артабан оҙаҡ йылдар район үҙәк дауаханаһында фельдшер-лаборант булып хеҙмәт һалды. Рәфис Хәмәт улы Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Көндәшле участка дауаханаһы баш табибы булып хеҙмәт юлын башлай. 1969 йылда уны Балтас район үҙәк дауаханаһы баш табибының дауалау эше буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр, ул медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы лидеры итеп һайлана. Хеҙмәттәштәре Рәфис Хәмәт улын тәрән белемле табип, тынғыһыҙ, һәләтле ойоштороусы итеп иҫкә ала. 1972-1979, 1989-1995 йылдарҙа ул район дауаханаһының баш табибы булып эшләй. Рәфис Хажиев етәкселегендә һәм уның тырышлығы менән 1975 йылда 60 урынға иҫәпләнгән стационар бинаһы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла. Ул етәксе хеҙмәте менән бер рәттән, 2009 йылға тиклем табип-рентгенолог булып эшләне.

Лайыҡлы ялға туҡтағас та, ауырыуҙар уның өйөнә рентген һүрәттәрен “уҡытырға” йөрөнө. Рәфис Хәмәт улы — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Фрүзә һәм Рәфис Хажиевтарҙың ҡыҙҙары Раушания менән Эльвира аталары һөнәрен үҙ итә һәм юғары белемгә эйә булғас, тыуған райондарына эшкә ҡайта. Эльвира Рәфис ҡыҙы 20 йыл дауамында лаборатория мөдире булып эшләне. Раушания Рәфис ҡыҙы 1990-2008 йылдарҙа акушер-гинеколог булып эшләгәндән һуң, тағын бер йүнәлештә белем алып, әлеге ваҡытҡа ҡәҙәр онколог хеҙмәтен алып бара. Бихисап райондаштарының ауырыуын ваҡытында асыҡлап, ярҙам иткән табип ул. Был ҡурҡыныс сирҙән интеккән кешеләрҙең моң-зарҙарын, әрнеүҙәрен күңеленә һыйҙырған, уларға йәшәү өсөн көрәшергә көс биргән шәхес ул. Бына бер йыл инде онколог-табип эше менән бергә Раушания Хәбипова Балтас район үҙәк дауаханаһы баш табибы Салауат Ғелметдиновтың медицина буйынса урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡара. Берҙән-бер урынбаҫар, дауахана тормошон тыуғандан алып, энәһенән ебенә тиклем белә, ең һыҙғанып эшләй ул. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Раушания Хәбипованың ғүмеренең күп өлөшө бирелә үтә. Ул Рәмилә Сиражетдинова менән берлектә 10 паллиатив урында медицина ярҙамы алыусы кешеләрҙең дауалау курстарын да алып бара. Табиптың сабыр күңеленә күпме әрнеү-һағыштар һыйған!
Табиптар династияһын дауам итеүсе иң йәш белгес — Раушания Хәбипованың ҡыҙы Эльмира Фәзуллина. Уның хеҙмәт стажы — 15 йыл. Эльмира Әмир ҡыҙы университетты тамамлағас, тыуған районында терапевт булып эшләне, әле ғаиләһе менән Бишбүләк районында йәшәй һәм хеҙмәт юлын дауам итә.
Хеҙмәт династиялары — һәр тармаҡтың ғорурлығы, сөнки ата-әсәләрҙең эшен дауам итергә балалар килә, быуындар бер-береһен хеҙмәт урынында алмаштыра. Балтас район үҙәк дауаханаһында хөрмәткә лайыҡ династиялар күп, улар — район, республика, ил һаулыҡ һаҡлау системаһының терәге.


Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Фото ғаилә архивынан.

Хажиевтарҙың хеҙмәт династияһы
Хажиевтарҙың хеҙмәт династияһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: