Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Июнь 2022, 16:30

Инфарктты таный бел

Инфаркт ваҡытындағы ауыртыу хәлһеҙлек, тын ҡыҫылыу, тирләү һәм хатта  ҡайһы саҡта аң юғалтыу менән бара.

Инфарктты таный бел
Инфарктты таный бел

Йыш ҡына миокард инфарктын башҡа сир билдәләре менән бутау, ауыртыу хәүефен баһаламау, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Евгений Шляхто инфарктты нисек таныу юлдары хаҡында аңлатма бирә. 

–Иң мөһим билдә – ауыртыу. Йыш ҡына ул күкрәк тәңгәлендә барлыҡҡа килә һәм тәнде ҡыҫыу, баҫыу һәм  көйҙөрөп әрнетеү рәүешендә үтә. Ҡайһы саҡта ауыртыу яурынға, ҡулға йәки ашҡаҙан тирәһенә тарала. Был саҡта пациенттың ауыртыуҙы умыртҡа бағанаһы йәки ашҡаҙан менән бәйле тип иҫәпләүе ихтимал. Инфаркт ваҡытындағы ауыртыу хәлһеҙлек, тын ҡыҫылыу, тирләү һәм хатта  ҡайһы саҡта аң юғалтыу менән бара.

Йөрәк өйәнәге бер ниндәй билдәһеҙ йәиһә тәү ҡарашҡа йөрәк сирҙәре менән бәйләнмәгән кеүек тойолған билдәләр менән бара. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ике вариант тәҡдим итәм. Беренсеһе – шәкәр диабеты менән сирләгән пациенттарҙа ауыртыу сиге үҙгәреүсән, шуға күрә улар йыш ҡына стенокардия көсөргәнешендә лә күкрәк ауыртыуына зарланмай. Миокард ишемияһы бер ниндәй ауыртыуһыҙ ҙа үтеүе мөмкин. Икенсе вариант – ҡайһы саҡта  электрокардиограмма эшләгәндән һуң кешелә клиник инфаркт кисермәйенсә лә миокард йөйө барлыҡҡа килеүен күрергә тура килә. Ундай саҡта пациенттан үҙен  бик насар тойған көндөң ҡасан булыуы тураһында белешергә тырышалар. Пациент тап шул көндә миокард инфарктын аяғөҫтө үткәргән булырға тейеш.

Табипҡа һуңлап мөрәжәғәт итеүҙең эҙемтәләре хәүефле, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Инфаркт мәлендәге ауыртыу ишемияны аңлата – коронар артерияларҙың тығылыуы арҡаһында йөрәк мускулдары өсөн кислород етешмәй. Стационарға ауырыуҙы ваҡытында килтергәндә йөрәк артерияларын (коронарография) тикшереү үткәрелә, уларҙың ҡайһыһы күпмегә тығылыуы асыҡлана, аҙаҡ ҡан ағышын тергеҙеү буйынса әмәлиәт башҡарыла.Быны ваҡытында эшләмәгәндә инфаркт урынындағы йөрәк мускулдары һәләк була һәм ҡан йөрөүен туҡтата, һөҙөмтәлә киҫкен йәки хроник йөрәк етешмәүсәнлеге үҫешә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Инфарктты таный бел
Инфарктты таный бел
Автор:
Читайте нас: