Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
27 Май 2022, 09:09

Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар

Табиптар йыш ҡына хроник сирлеләргә туҡланыуға ла ҙур иғтибар бирергә ҡуша. Ысынлап та, ҡайһы бер аҙыҡтар ауырыуҙың көсәйеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал. Гмпертониктарға ниндәй аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә һуң?

  1. Майһыҙландырылған эремсек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарын киңәйтеүгә булышлыҡ итә, кальций, магний һәм калийға бай. Көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.
  2. Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Гипертониктарға уны мөмкинлек булған һайын ашарға кәңәш ителә.  Көнөнә ике ҡыҙыл борос ашау организмдың С витаминына мохтажлығын ҡаплай.
  3. Лосось – омега сығанағы, ҡан баҫымын бик яҡшы төшөрә. Уны аҙнаһына өс тапҡыр 100 – 150-шәр грамм ашау файҙалы.
  4. Һоло бутҡаһы гипертониктарҙың көндәлек менюһында мотлаҡ булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һолола күҙәнәклек күп, ул организмды селен менән байыта.
  5. Ҡабаҡ орлоҡтары цинк дефицитын тулыландырып, инфаркттан ҡотҡарыр. Көнөнә 20 г ҡабаҡ орлоғо ашау ҙа етә.
  6. Какао ҡан тамырҙары торошон яҡшырта. Әммә калорияға бай булыу сәбәпле, уны аҙанаһына бер-ике  сынаяҡ эсеү ҙә етә.
  7. Майһыҙландырылған һөт   калий, кальций, магний һәм  витаминдарға бай булыу сәбәпле, гипертониктың хәлен яҡшырта. Көнөнә өсәр стакан эсергә ярай.    
  8. Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, антиоксиданттарға бай һәм ҡан баҫымын   5-10 мм-ға кәметеүгә һәләтле. Уны күп миҡдарҙа ҡулланыу тыйыла.
  9. Миндалдәге моно-майҙар холестерин кимәлен кәметә. Был сәтләүектә  ҡан баҫымын төшөрөү өсөн кәрәкле калий, магний, Е витамины күп. 
  10. Йәшел сәйҙе даими рәүештә ҡулланыу холестерин тығындарын бөтөрә, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Йәшел сәйгә өҫтөнлөк биреүсе япондар араһында гипертония менән ауырыусылар ҙа бик һирәк.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-27/an-ba-ymy-yu-ary-bul-anda-fay-aly-rizy-tar-2819695
Автор:
Читайте нас