Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Май 2022, 12:37

“Сәләмәтлек поезы” — Солтанбәктә

Медицина хеҙмәткәрҙәре   килеүе ауыл  халҡы өсөн оло ваҡиғаға әйләнде.

“Сәләмәтлек  поезы” — Солтанбәктә
“Сәләмәтлек поезы” — Солтанбәктә

Республикала  «Сәләмәт республика – сәләмәт  төбәк» акцияһы дауам итә.  Уның сиктәрендә 23 майҙан 27 майға тиклем пациенттарҙы тикшереү өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған автоколонна ауырыуҙарҙы алдан билдәләү маҡсатында Асҡын районына килде.

 

“ Бөгөн  баш  ҡала һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһы белгестәре Солтанбәк ауылы халҡын ҡабул итә.  Урындағы ФАП-та   Өфө  кардиоүҙәк поликлиникаһы  кардиологы Рима Ниғмәтуллина, шәфҡәт туташы Наталья Долбинцева, Асҡын үҙәк район дауаханаһы терапевты Алия  Фәйзрахманова, шәфҡәт туташы  Гөлфинә Исмаева,   акушер  Эльмира Нурлыҡаева халыҡты ҡабул итә. Пациенттар профилактик тикшеренеүҙәр үтә, анализдар тапшыра, белгес-табиптарҙан  кәңәштәр ала.

Күсмә функциональ диагностика үҙәгендә  флюорография һәм ЭКГ өсөн айырым автомобилдәр ҡаралған. Унда ауыл халҡы  Сәләмәтлек үҙәге белгестәре Юнир Хәйруллин һәм Сергей Литвинов  ярҙамында ЭКГ һәм флюорография  тикшеренеүҙәрен үтте”, — тип хәбәр итте Солтанбәк ауылы фельдшеры Ризидә Мөхтәсәр ҡыҙы Суфиянова.

 

Медиктар  килеүе Солтанбәк  ауылы халҡы өсөн оло ваҡиғаға әйләнде. Бында күсмә составтың килеүенә ентекле әҙерләнгәндәр: бөтәһенә лә хәбәр итеп сыҡҡандар, ҡабул итеүгә алдан исемлектәр төҙөгәндәр.

- Беҙҙең ауылдан район дауаханаһына тиклем -  57  саҡрымлап ара, -  ти ауыл халҡы.   – Унда барыу оло йәштәгеләр өсөн  бик еңелдән түгел. Шуға күрә, «Сәләмәтлек поезы» килеүе күптәр өсөн көтөп алған ваҡиға булды, сөнки ваҡытында ҡуйылған диагноз һауығыу мөмкинлектәрен күпкә арттыра. Беҙгә килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.

 

 Хаҡ  һүҙҙәр, ауылыңдан сыҡмай ғына, белгестәрҙән кәңәштәр һәм дауаланыу өсөн төрлө тәғәйенләүҙәр алыу – бик уңайлы.

 

Наилә Имаева.

“Сәләмәтлек  поезы” — Солтанбәктә
“Сәләмәтлек  поезы” — Солтанбәктә
“Сәләмәтлек  поезы” — Солтанбәктә
“Сәләмәтлек  поезы” — Солтанбәктә
“Сәләмәтлек поезы” — Солтанбәктә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: