Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Май 2022, 09:24

Яман шеш менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?

Статистика йомғаҡтары күрһәтеүенсә, 2021 йылда онкология ауырыуҙары һаны буйынса абсолют лидер булып Стәрлебаш районы тора, унда 100 мең кешегә 415,2 яман шеш осрағы асыҡланған. Был Башҡортостан буйынса уртасанан 41,7 процентҡа күберәк (Башҡортостанда онкология буйынса уртаса ауырыусанлыҡ - 100 мең кешегә 293,1 осраҡ). Икенсе урында - Саҡмағош районы, унда 100 мең кешегә 396,8 яман шеш осрағы асыҡланған. Өсөнсө урында Әлшәй районы - 100 мең кешегә 386,4 осраҡ. Башҡа райондар буйынса мәғлүмәт сайтта.  

Яман шеш менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?
Яман шеш менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?

Шулай уҡ сирләүселәр һаны буйынса "ҡыҙыл зонаға" Мәләүез, Кушнаренко, Дәүләкән, Ауырғазы, Краснокама, Ҡыйғы, Бишбүләк, Көйөргәҙе, Илеш, Бүздәк, Йәрмәкәй, Асҡын, Күгәрсен, Ғафури, Баҡалы, Миәкә, Ҡалтасы, Учалы, Дыуан райондары һәм Өфө, Күмертау ҡалалары ингән. 

Әбйәлил районы халҡы һирәгерәк ауырый, уҙған йылда бында 100 мең кешегә 166,3 онкология осрағы теркәлгән. Шулай уҡ сирләү буйынса түбән күрһәткестәр Баймаҡ, Салауат, Нуриман, Йылайыр, Ҡариҙел, Тәтешле, Хәйбулла, Ишембай һәм Иглин райондарында һәм Ағиҙел менән Межгорье ҡалаларында күҙәтелә.

Иң күп ауырыусылар һаны һәм иң күп үлем осраҡтары төрлө муниципалитеттарҙа күҙәтелә: яман шештән иң күп кеше Йәрмәкәй районында вафат була - 100 мең кешегә 242,2 осраҡ (республика буйынса уртаса алғанда 156,9 осраҡ). 

Шулай уҡ Благовар (229,3), Бәләбәй (218,5), Саҡмағош (215,3), Краснокама (214,1), Борай, Илеш, Кушнаренко, Ҡариҙел, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә, Асҡын, Учалы, Миәкә, Баймаҡ, Күгәрсен, Белорет, Бөрө, Дыуан, Нуриман, Ҡыйғы, Ейәнсура, Дүртөйлө, Бүздәк, Благовещен райондарында һәм Күмертау, Октябрьский һәм Ағиҙел ҡалаларында үлем күрһәткестәре юғары.

Онкологиянан үлем осраҡтарының иң түбән күрһәткесе Межгорьела теркәлгән - 100 мең кешегә 77 осраҡ. Мәләүез, Федоровка, Шаран, Мәсетле, Иглин, Стәрлебаш, Көйөргәҙе райондарында һәм Нефтекамала ла күрһәткестәр түбән.

Өфөгә килгәндә, баш ҡалала уҙған йылда яман шеш менән ауырыу 100 мең кешегә 314 осраҡ (төбәк буйынса уртаса күрһәткестән 7,1 процентҡа күберәк), ә үлем - 100 мең кешегә 148,5 осраҡ (уртаса күрһәткестән 5,4 процентҡа кәмерәк).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-08/yaman-shesh-men-n-ay-a-i-k-be-auyryy-ar-2797129
Яман шеш менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?
Яман шеш менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?
Автор:
Читайте нас: