Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Апрель 2022, 09:00

Аҡ халаттарында күңел паклығы

Аллабирҙиндар 40 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә

Аҡ халаттарында күңел паклығы
Аҡ халаттарында күңел паклығы

Районыбыҙҙа Гүзәлиә һәм Фаил Аллабирҙиндарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Улар икеһе лә абруйлы медицина хеҙмәткәре.
Йылайыр районы Сәлим ауылының сибәр егете менән Ҡариҙел районы Яҡуп һылыуын ғүмерлеккә һайлап алған һөнәрҙәре табыштырып, ҡауыштыра... Тыуған совхозында хеҙмәт юлын башлаған Фаил Хөрмәт улы әрме сафтарында йөрөп ҡайта. Водитель булып хеҙмәт юлын тыуған ауылында дауам итә. Руль артында бик оҙаҡ йөрөмәй, 1978 йылда Бөрө медицина училищеһына уҡырға килә. Дәүләт имтихандарын тапшырып йөрөгәндә осрата ла инде Гүзәлиә Фазылйән ҡыҙын. Районыбыҙҙың ҡара сәсле һылыуы бер күреүҙән үк Урал аръяғы егетен әсир итә. Фаил Хөрмәт улы диплом алғанда Гүзәлиәгә тағы бер йыл уҡырға ҡалған була. Тап шул ваҡыт Фаил Хөрмәт улына Ҡариҙел районының үҙәк дауаханаһына эшкә ебәрелеүе тураһында юллама бирәләр. Әлбиттә, дипломлы йәш белгес ҡуш ҡуллап риза була: Гүзәлиәһе шул яҡтан бит! Шулай итеп, егетебеҙ Ҡариҙел ауылында “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан янына шәфҡәт туташы дипломы менән Гүзәлиә лә ҡайтып етә. Йәштәр 1982 йылдың 24 апрелендә гөрләтеп туй үткәрә. Һәм шул осорҙан алып Аллабирҙиндар райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә парлы ғаилә булып, намыҫ менән эшләй башлай.
Ғаилә башлығы Башҡорт дәүләт медицина институтын да тамамларға өлгөрә, етәкселек уға ышанып терапия табибы ҡамытын кейҙерә. Тәжрибә тупланғас, Фаил Хөрмәт улына поликлиника мөдире йөгөн дә тартырға тура килә. Кешеләр менән һәр ваҡыт мөләйем йылмайып, оло хөрмәт менән аралашыусы Аллабирҙиндар тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулай.
Фаил Хөрмәт улы махсус уҡыуҙарҙа булғандан һуң табип-дерматовенеролог булып китә. Нисә йылдар инде был һөнәренә тоғро ҡалып, райондаштары мәнфәғәтенә эшләй. Күрше бүлмәлә генә тиерлек терапия бүлегенең участка шәфҡәт туташы булып эшләгән тормош иптәше Гүзәлиә Фазылйән ҡыҙы уға һәр саҡ дәрт-дарман биреп тора.
Аҡ халатлылар шулай бер-береһенә эштә лә, тормошта ла терәк булып, матур итеп үҙ донъяларын булдыра. Һәр яҡтан да өлгөлө парҙың саф мөхәббәт емештәре — улдары Алмаз һәм ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә. Ғүмерҙәрен һаулыҡ һаҡлауға арнаған ата-әсә уларҙың үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡала... Ни арала һыуҙар аҡҡан, ни арала ошо ағым һыуҙай ғүмер ҙә алға тәгәрәгән. Аҡ халаттарына тап төшөрмәй, күңел паклығын өҫтәп, бергә-бергә 40 йыл ғүмер кисергәндәр, Аллаға шөкөр.
Был күркәм рубин туйын Аллабирҙиндар күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Ҡасандыр уйнап-шаярып, баҫҡан ерҙәрендә ут сәсрәтеп торған егет менән ҡыҙ бөгөн сәстәренә бер аҙ көмөш йүгергән бәхетле өләсәй һәм олатай булған. Оҙаҡ йылдар пациенттары сәләмәтлегенә тоғро ҡалып килгән Гүзәлиә ханым 2017 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән. Ә Фаил Хөрмәт улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исемен лайыҡлы йөрөтә. Был шатлыҡлы ғүмер миҙгелдәренә намыҫлы хеҙмәт тә, хеҙмәттәштәренең хөрмәте лә, пациенттарының ихтирамы ла һалынған. Иң мөһиме, үҙҙәре кеүек аяҡтарында ныҡлы баҫып торған күркәм балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, берҙәмлекте, туғандар ҡәҙерен иң алға ҡуя. Шуға ла йөҙҙәре лә яҡты, донъялары ла бер бөтөн. Алда шундай ғүмер байрамдары күп булһын, аҡ халатлыларыбыҙға шуны теләйек!

Гөлнара Солтанова.

Аҡ халаттарында күңел паклығы
Аҡ халаттарында күңел паклығы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: