Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Апрель 2022, 10:56

Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе

Район етәкселәре Бөрө медицина колледжы һәм Өфө медицина университетының сығарылыш студенттары менән осрашты

Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе
Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе

Кеше тыуғандан алып ғүмеренең аҙағынаса аҡ халатлыларҙың ярҙамына мохтаж. Донъяға тәүге ауаз һалғанда ла уны беренсе булып табип ҡабул итә, һуңғы һулышын алғанда ла аҙаҡҡы юлға ул оҙата. Ҡаты сирләгәндә лә табиптарҙың ярҙамына өмөт итеп, уларға ышанабыҙ. Ер йөҙөндәге һуңғы ваҡиғалар ҙа йәмғиәттә һаулыҡ һағында тороусыларҙың әһәмиәте ни тиклем ҙур булыуын күрһәтте. Вирусҡа ҡаршы миллион һумдар ҙа, алтын-хазиналар ҙа ярҙам итә алмай, барыбыҙ ҙа – байы ла, ярлыһы ла – табиптарға ҡарап ҡалдыҡ. Иң ауыры – ҡайһы ваҡыт аҡ халатлы фәрештәләребеҙҙең етешмәүендә.

Ҡариҙел районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бөгөн алты табип талап ителә: отоларинголог, акушер-гинеколог, рентгенолог, хирург һәм педиатрҙар, шулай уҡ шәфҡәт туташтарына ла ҡытлыҡ бар. Шуны иҫәпкә алып, район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин үҙенең урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров, үҙәк дауахананың баш табибы Юнир Нәбиулла улы Ғәлин менән Бөрө медколледжы һәм Өфө медицина университетының сығарылыш студенттары менән осрашты. Улар буласаҡ белгестәрҙе район тормошо, уның йәшәйеше, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе  менән таныштырҙы. Дуҫтарса барған һөйләшеү йәнле диалогҡа әйләнеп, ыңғай һөҙөмтә бирҙе: буласаҡ табиптар беҙҙең районға эшкә килергә вәғәҙәләне. Беҙҙең делегация тәҡдим иткән шарттар, эш урындары уларға оҡшар һәм табиптарға ҡытлыҡ кисереү мәсьәләһе юҡҡа  сығыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Авторы: Гөлнара Солтанова.

Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе
Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе
Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе
Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе
Көн ҡаҙағында — кадрҙар мәсьәләһе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: