Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Апрель 2022, 11:06

Табиптар династияһы

Хәмитовтарҙың хеҙмәт стажы 200 йылға етә

Табиптар  династияһы
Табиптар династияһы

Мираҫ булып ата-әсәнән балаға ген, йөҙ һыҙаттары, интеллектуаль һәләт, ғөрөф-ғәҙәттәр, матди байлыҡ ҡына түгел, йыш ҡына һөнәрҙәр ҙә күсә. Шулай актер, юрист, табиптар тыуа. Медицина өлкәһенә бар ғүмерҙәрен арнаған Хәмитовтар династияһында – туғыҙ медицина хеҙмәткәре, тормош иптәштәрен дә алһаң – 11 кеше. Уларҙың хеҙмәт стажы 200 йылға етә.
Был династияға нигеҙ һалыусылар булып Бибимәүлиха менән Хәмитйән Мөхәмәтхановтар тора. Улар Боҫтанай ауылында игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, татыу ғүмер кисерә. Бер-бер артлы биш бала: Ғафуръян (1915 й.), Сағман (1917 й.), Азалия (1920 й.), Хаҡҡый (1927й.), Вафый (1930 й.) тыуа. Үҙҙәренең күңеленә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, хеҙмәт итәләр.
Аҡ халатлылар исемлеген башлап ебәреүсе булып Рәдис Сағман улы тора. Ул Бөрө медицина училищеһында белем алып, Боҫтанай ауылында дүрт йыл фельдшер булып эшләй. 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайта. 1973 йылда — санитар-эпидемиологик станцияның баш табибы, 1974 йылдан 2009-ға тиклем фтизиатр булып эшләй. Үҙенең ҡаҙаныштары өсөн Рәдис Сағман улы төрлө кимәлдәге Почет грамоталарына эйә була. Уның тормош иптәше Зифа Нурлығаян ҡыҙы тәүҙә хирургия бүлегендә — шәфҡәт туташы, артабан Рәдис Сағман улы менән бер бүлмәлә эшләй башлай.
Рәдис Сағман улы – беренсе категориялы белгес, сәләмәтлек һағында 45 йыл уяу тороусы табип. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙенә йөкләтелгәнде ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Төп вазифаһы менән бергә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Иң ҙур һөйөнөстәре – улдары Ирек. Ул бөгөн Борай үҙәк район дауаханаһында табип-невролог, баш табип урынбаҫары булып эшләй. Ирек Рәдис улы районда абруйлы табип. Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән. Уның тормош иптәше шулай уҡ район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Ирек менән Венера Хәмитовтар заманының алдынғы ҡарашлы кешеләре булып, татыу ғүмер кисерә. Өс балаға ғүмер һәм тәрбиә бирәләр. Улдары ла ата-әсәһе юлынан китә. Наил Башҡорт дәүләт медицина университетында 4-се курста уҡый. Стоматолог булырға хыяллана. Ҡыҙҙары Зарема Башҡорт дәүләт аграр университетында технолог һөнәрен үҙләштерә. Төпсөктәре Руслан гимназияла 5-се класта белем ала.
Хәмитовтар династияһының икенсе бер тармағын Ғафуръяндың улдары Марат менән Айрат һәм уларҙың ғаиләләре, балалары тәшкил итә.
Марат Ғафуръян улы Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, 1974-1975 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһында табип-терапевт булып эшләй. Шунан һуң 30 йылға яҡын ғүмерен Борай үҙәк район дауаханаһына бағышлай. Тормош иптәше Әминә Мир ҡыҙы ошо уҡ дауаханала акушер-гинеколог булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уларҙың ҡыҙҙары Юлиә, әсәһе эҙҙәре буйынса китеп, Өфө ҡалаһында акушер-гинеколог булып хеҙмәт һала.
Мараттың ҡустыһы Айрат Ғафуръян улы ла һөнәр һайлауҙа бер ниндәй икеләнеүһеҙ ағаһы артынан китә. 1981 йылдан – табип-терапевт, 1989 йылдан 2021 йылға тиклем табип-рентгенолог булып хеҙмәт һала. Тормош иптәше Гөлсирә — шәфҡәт туташы. Улар бер-береһенә булышып, бер үк эште башҡара. Улдары Алмаз — Өфө ҡалаһында хирург.
Династияның өсөнсө тармағы булып Флорид Вафый улы тора. Ул ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Унда табип-терапевт булып хеҙмәт һала.
Хәмитовтарҙың йәштәр үрнәк алырҙай бик күп сифаттары бар. Уҡыуҙарын тамамлағас, үҙебеҙҙең районға ҡайтып хеҙмәт итеү маҡсатын ҡуйғандар. Улар — районыбыҙҙың ысын патриоттары. Әлбиттә, тыуған йорт, тыуған яҡ ни ҡәҙәр яҡын булһа ла, яҙмышың ҡайҙа ҡуша, шунда булаһың. Хәмитовтарҙың төрлө быуын вәкилдәре республикабыҙҙың башҡа ҡала-райондарында ла игелекле хеҙмәт итә.
Династияға нигеҙ һалған шәхес көслө була, улар үрнәк, артабанғы быуынға ыңғай йоғонто яһай белеүсе кешеләр. Династия — ул башҡа кешеләр алдында бөйөк яуаплылыҡ. Ә медицина өлкәһендәге династия — ярҙамға мохтаж мең кеше алдында булған яуаплылыҡ ул. Хәмитовтар династияһы һәр яҡлап өлгө булып тора.

Гөлназ Ханова.

Табиптар  династияһы
Табиптар династияһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: