Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Апрель 2022, 10:00

Йылы һүҙе менән дауалай

Мулла ауылында тыуып, Борайҙа үҫкән Гөлнара Ғәҙелшина ғүмеренең 35 йылын изге һөнәргә — Ҡолай һәм Себергән ауылдары халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлай. Ул төрлө категорияға ҡараған 240 пациент менән эшләй. Гөлнара Ғәҙелшина Борай 2-се мәктәбендә һигеҙ класс белем алғас, Бөрө медицина училищеһына юллана. Ул уҡыған осор совет заманына тура килеп, идеологияһы ла башҡа була. Ауырыуҙар менән уртаҡ тел табыу, уларҙың психологияһын аңлап, тәндәренә сихәт кенә түгел, йәндәренә шифа ла бирергә өйрәтәләр. Шуға ла ул ауыл табибы ғына түгел, ә ысын психолог та.

Йылы һүҙе менән дауалай
Йылы һүҙе менән дауалай

Әлеге көндә Ҡолай фельдшеры дауаланырға килеүселәрҙе заманса ремонтланған яҡты бүлмәлә ҡабул итә, төрлө процедуралар үткәрә. Өлкән быуын кешеләре һәм сабыйҙар менән дә уртаҡ телде бик тиҙ таба ул. Тәжрибәле фельдшер эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итмәйҙәр уға. Ауыл кешеһе диабет менән ауырыһа ла, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына шырау ҡаҙалһа ла, дарыу кәрәк булһа ла медпунктҡа йүгерә.
Гөлнара апай тормош иптәшенән дә уңған. Булат ағай менән улар һәр саҡ бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй. Моғайын уның сабыр холоҡло, түҙемле булыуы ғаилә тыныслығынан да киләлер. Сөнки бындай эштә күп ваҡыт тормош иптәшеңдең дә ярҙамы кәрәк була. Ул тиҙ генә ауырыу янына, кәрәк булһа район үҙәгенә илтеп ҡуя, иҫән-имен генә йөрөп ҡайтыуын теләп ҡала.
Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе. Сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Ауылдаштары араһында абруй ҡаҙаныр өсөн белемле булыу ғына етмәй, һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, изге күңелле булыу ҙа мөһим. Шөкөр, бирелә ике ауыл халҡына ана шундай гүзәл зат медицина ярҙамы күрһәтә.
Гөлназ Хужина.

Йылы һүҙе менән дауалай
Йылы һүҙе менән дауалай
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: