+17 °С
Болотло
Ҡариҙел районының Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан "Беҙ сәләмәтлек яҡлы" исемле флешмоб иғлан ителде. Был сараға иң элек Гөлнара Борис ҡыҙы Губаева етәкләгән 2-се класс уҡыусылары ҡушылды. Улар сәләмәтлеккә ҡарашын һүрәттәрҙә сағылдырҙы. Шулай уҡ спорт тураһында төрлө йомаҡтар, шиғырҙар һөйләне, уйнап та алдылар.
Гөлнара Солтанова.