Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Апрель 2022, 12:13

Ә һеҙ сельдерей ултыртаһығыҙмы?

Быйыл йәшелсә-емеш сәскәндә баҡса мөйөшөндә сельдерейға ла урын ҡалдырығыҙ. Ябай аш тәмләткес кенә түгел ул, ә ҡуллана белгәндә, күп ауырыуҙан дауа ла.    

Ә һеҙ сельдерей ултыртаһығыҙмы?
Ә һеҙ сельдерей ултыртаһығыҙмы?

Аллергия, тире боҙолоуы, гастрит, невроз, йоҡлай алмау, остеохондроз, артрит, артроз, цистит, пиелонефрит кеүек сирҙәргә ҡаршы дауаланыу сараһы итеп ҡулланырға була йәшел ҡыяҡлы был аш тәмләткесен. Түбәндә - бер нисә рецепт.

*Аллергия менән яфаланғанда ике ҡалаҡ ваҡланған үҫемлек тамырын бер стакан һыуыҡ һыуҙа ике сәғәт төнәтеп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15-20 минут алдан 1/3 стакан эсергә мөмкин.

*Ашҡаҙан сире - гастрит ыҙалатһа, бер литр ҡайнар һыуға 30-40 грамм тамырҙы һалып һигеҙ сәғәт төнәтергә. Шифалы эсемлекте көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда ике ҡалаҡ эсергә.

*Йоҡо боҙолғанда сельдерейҙың яңы һығылған һутын көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда бер-ике балғалаҡ ҡабып ҡуйғанда, еңеллек килгәне тойолор.

*Остеохондроз, артрит, артроз менән сирләүселәргә ҡабығы менән өс лимонды һәм бер килограмм сельдерейҙы япрағы менән ҡуша ит турағыстан үткәрергә лә, яҡшылап болғатып, ҡараңғы урында ете көн төнәтергә. Шунан шыйығын һөҙөп алып, эсемлеккә 300 грамм бал өҫтәргә. Артабан ул һыуытҡыста һаҡлана. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.

*Цистит, пиелонефрит. Бер балғалаҡ сельдерей орлоғон бер стакан һыуға һалып болғатырға, теләһәгеҙ, бал да өҫтәргә мөмкин. Ошоно көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда икешәр ҡалаҡ эсергә. Йә булмаһа, ике балғалаҡ орлоҡто бер стакан һыуҙа ярты сәғәт ҡайнатып алырға ла әҙер төнәтмәне көнөнә ике-өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото:kartinkin.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Ә һеҙ сельдерей ултыртаһығыҙмы?
Ә һеҙ сельдерей ултыртаһығыҙмы?
Автор:
Читайте нас: