Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Март 2022, 12:32

Быуын һыҙлағандан шәп дауа

Беҙ лавр япрағын аш тәмләткес булараҡ яҡшы беләбеҙ, ул - яҡшы дауа ла.

Быуын һыҙлағандан шәп дауа
Быуын һыҙлағандан шәп дауа

Лавр япрағын бик шәп аш тәмләткес булараҡ беләбеҙ. Ә бына унан быуын һыҙлағанда килешә торған төнәтмә һәм май яһарға ла була икән. Төнәтмә эшләү өсөн 25 -30 лавр япрағын 2 стакан һыуға һалып 10 минуттан ашыу ҡайнатбыҙ. Ҡайнаған ваҡытта ҡапҡасын асып торабыҙ, эфир майҙары осоп сыҡһын өсөн. Шулай итеп, әҙер төнәтмәне ауыртҡан ерҙәргә ыуабыҙ. Уны һыуыҡ урында 7 -10 көн һаҡларға була. Быуын һыҙлауынан бик файҙалы май эшләү өсөн 1:2 нисбәтендә вазелин һәм ваҡланған лавр япрағы кәрәк буласаҡ. Уларҙы бергә ҡушып 30 минут һыу боҫонда ҡайнатабыҙ (водяная баня). Килеп сыҡҡан массаны һыҙлаған урындарға һөрәтбеҙ. Эшләп ҡарағыҙ, мотлаҡ файҙаһы тейер.

Сәләмәт булайыҡ!

 

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Быуын һыҙлағандан шәп дауа
Быуын һыҙлағандан шәп дауа
Автор:
Читайте нас: