Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Март 2022, 11:21

Ҡарабойҙай менән дөгөгә генә ҡарамайыҡ...

Ҡарабойҙай менән дөгөгә көн һайын тигәндәй хаҡ артҡан әлеге мәлдә, бәлки, башҡа файҙалы ярмаларға нығыраҡ иғтибар йүнәлтергә кәрәктер. 

Ҡарабойҙай менән дөгөгә хаҡтар бик ныҡ артып китте: бөгөн сауҙа нөктәләрендә уларҙың бер килограмы 100 һумдан ашыу тора. “Хаҡтарҙың ни өсөн ул тиклем артыуын үҙебеҙ ҙә аңлап етмәйбеҙ. Күмәртәләп һатып алыу хаҡы арта, шуға күрә беҙҙең дә арттырмай хәлебеҙ юҡ, тип аңлата хужабыҙ. Бөгөн ҡарабойҙайҙың бер килограмын – 126 һум, дөгөнөкөн 110 һум итеп ҡуйҙыҡ”, - тип һөйләне Затон баҙарындағы таныш һатыусы. Селтәрле сауҙа нөктәләрендә хаҡтар бер аҙ арзаныраҡ булып сыҡты.

Ҡарабойҙай менән дөгөгә хаҡ артҡан әлеге мәлдә, бәлки, башҡа файҙалы ярмаларға нығыраҡ иғтибар йүнәлтергә кәрәктер. Мәҫәлән, арпа, бойҙай, һоло кеүек ярмаларға хаҡтар улай уҡ ныҡ артмаған.  

Һоло бутҡаһы иң туҡлыҡлыларҙан һанала. Ул – витаминдар, файҙалы минералдар һәм антиоксиданттар сығанағы. Һоло ярмаһы артериаль ҡан баҫымын төшөрә, атеросклрозға ҡаршы яҡшы сара һанала, шәкәр кимәлен нормала тотоуға ярҙам итә, тән тиреһенең торошон яҡшырта, эс ҡатыуҙан аралай, иммунитетты нығыта.

Борсаҡ бутҡаһы диетик аҙыҡ һанала. Ул – артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр өсөн бына тигән ризыҡ, сөнки ныҡ аҙ калориялы һәм аппетитты баҫа. Шулай уҡ һөйәктәрҙе нығыта, II төрҙәге шәкәр диабетына ҡаршы профилактика сараһы булып һанала. Әммә уның эс күбеү, организм тарафынан тимер, цинк, магний һәм кальций кеүек элементтарҙы үҙләштереүҙе тотҡарлау ихтималлығын да белеп ҡуйырға кәрәк.

Арпа бутҡаһы был төр ризыҡтар араһында иң калориялыһы һанала, шуға күрә ул спортсыларҙың рационында даими була, мускулдарҙы үҫтереү, нығытыу сифатына эйә. Башҡа бутҡалар кеүек ул да ныҡ файҙалы, витаминдарға бай. Әммә саманан тыш ашағанда, һимереүгә килтереүе бар.

Бойҙай ярмаһы беҙҙең халыҡтың рационында борон-борондан булған. Организм үҫеше өсөн ул – бик ҡиммәтле, файҙалы продукт. Бойҙай бутҡаһы антиоксидант булараҡ, шулай уҡ ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләү, ҡалҡан биҙенә яҡшы тәьҫир итеү, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрен профилактикалау йәһәтенән файҙалы ризыҡ һанала.

Фото: kartinkin.net

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: