

Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин билдәләүенсә, был Башҡортостанда медицина учреждениеларын төҙөү программаһына ярашлы районда асылған бишенсе модулле фельшер-акушерлыҡ пункты. Тәбрикләү һүҙҙәренә Әртәкүл ауыл биләмәһе башлығы Александр Кокшаров, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы баш табибы Юнир Ғәлин һәм башҡалар ҡушылды. Бирелә фельдшер Людмила Шәмсетдинова 33 йыл дауамында ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтә. Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм ирешелгән күрһәткестәре өсөн уға район хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды.