Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
19 Февраль 2022, 05:27

Хәл ысынлап яҡшыра!

Радий Хәбиров ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә күптәр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе.

“Беҙ сауҙа үҙәктәренән, баҙарҙарҙан, музейҙарҙан, театрҙарҙан, кинотеатрҙарҙан, ресторандарҙан, фитнес-клубтарҙан, шифаханаларҙан, ҡунаҡханаларҙан, матурлыҡ салондарынан һ.б. сикләүҙәрҙе бөтөрәбеҙ. Иртәгәнән башлап ошо барлыҡ учреждениеларға QR-кодтарға тикшереү үткәрмәйенсә инергә мөмкин. Бөгөн коронавирус буйынса штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул иттек. Шулай уҡ иртәгәнән башлап бөтәһенә лә күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларға инергә мөмкин. Шулай ҙа 500 һәм унан күберәк кеше ҡатнашҡан, ябыҡ типтағы биналарҙа үткән сараларға сикләүҙәр һаҡлана. Бындай осраҡтарҙа, элекке кеүек, QR-кодтар мотлаҡ.

Беҙ быны ни өсөн эшләйбеҙ? Республикабыҙҙа тейешле коллектив иммунитет сигенә өлгәштек. 18 февралгә ҡарата Башҡортостанда 2 435 545 кеше (вакцинацияланырға тейеш халыҡтың 98 проценты) беренсе компонент менән вакцинацияланған. Прививканы тулыһынса (беренсе һәм икенсе компонент) 2 289 069 кеше (тейешле халыҡтың 92 проценты) эшләткән.

Киләһе аргумент. 21 февралдән, вакцина яһатҡандарҙан һәм ауырып киткәндәрҙән тыш, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә коронавирус инфекцияһына антиесемдәр табылған, ә ауырыу үҙе раҫланмаған кешеләр ҙә QR-кодын алыу мөмкинлегенә эйә. Элек был ПЦР-тест ыңғай булған осраҡта ғына мөмкин ине. Был QR-кодты алыу өсөн бер нисә шарт бар. Тулыраҡ мәғлүмәт бында: https://rg.ru/2022/02/08/minzdrav-trebovanij-k-urovni..

Шул уҡ ваҡытта битлек кейеү, ингән урында температураны үлсәү һәм бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү талаптарын һаҡлайбыҙ.

Ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үткән предприятие етәкселәренә рәхмәт белдерәм. Ошо сикләүҙәрһеҙ был осорҙо күпкә ҡатмарлыраҡ үткәрер инек.

Барығыҙға ла һаулыҡ!" - тип яҙҙы республика етәксеһе. 

Фото: Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас