Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
9 Февраль 2022, 09:13

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Мишкә районында балаларға прививка эшләнелә

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡларҺаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Районыбыҙҙа 12-17 йәшлек үҫмерҙәргә коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләй башланылар. Ошо хаҡта тулыраҡ Мишкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Гәрәев менән әңгәмәләштек.
— Валерий Юрьевич, районда ковид менән ауырыусы балалар күпме?
— Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм ковид менән ауырыусы балалар һаны 200-ҙән ашыу. Айырып әйткәндә, ковид менән ауырыусы балалар һаны 64-кә етте. Бөгөнгә Мишкә ауылының 1-се лицейы һәм Кесе Нәкәрәк ауылы мәктәбе, ауырыусылар һаны күп булыу сәбәпле, тулыһынса дистанцион уҡытыуға күсерелгән.
— Районда балалар араһында прививка эшләтеүселәр бармы? Улар үҙҙәрен нисек тоя?
— Район буйынса 30 бала коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтте. Барыһының да хәле яҡшы. Вакцинанан һуң тән температураһы күтәрелергә, укол урыны һәм баш ауыртырға, тымау булырға мөмкин. Былар барыһы ла нормаль күренеш, ҡурҡырға кәрәкмәй.
— Был вакцина ололарға эшләнгәненән айырыламы?
— Вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул шул уҡ "Спутник V", тик биш тапҡырға шыйығайтылған. "V" кеүек үк, ике компоненттан тора. Икенсеһен 21 көндән һуң яһатырға кәрәк.
— Прививканан һуң карантин кәрәкме?
— Юҡ, вакцинанан һуң карантин кәрәкмәй.
— Вакцина алдынан анализдар бирергә, балалар табибына күренергә кәрәкме?
— Прививка яһатыр алдынан балалар табибына, йә иһә фельдшерға күренергә кәрәк. Әгәр баланың хроник ауырыуҙары юҡ икән, анализдар биреү мотлаҡ түгел. Табип баланы ҡарап, уның сирле түгеллегенә ышанғас ҡына, уны прививка яһатырға ебәрә. Әгәр был ваҡытта балағыҙ тымау төшөп, сирләп тора икән, прививканы эшләтмәй тороу хәйерле.
— Вакцина ҡайҙа яһала: поликлиникаламы, әллә мәктәптәрҙәме?
— Балаларға прививка поликлиникала, ФАП-тарҙа, йә иһә белем биреү учреждениеларының махсус медицина кабинеттарында эшләнә. Бындай лицензиялы кабинеттар беҙҙең Мишкә 1-се лицейында, 2-се мәктәптә һәм агросәнәғәт колледжында бар.
— Йөрәк ауырыуҙары, эпилепсия менән сирле балаларға прививка эшләтергә яраймы?
— Йөрәк ауырыуҙары, эпилепсия һәм башҡа хроник ауырыуҙар көсәйгән саҡта вакцина эшләтеүҙән тыйылып торорға кәңәш итәм, был осор булмаһа, хәүеф юҡ, эшләтергә кәрәк. Һыҙыҡ өҫтөнә алам, киреһенсә, был балаларға беренсе сиратта прививка эшләтергә кәрәк, сөнки уларҙа Covid-19 ауырыраҡ үтә.
— Кемдәргә “Спутник М” ҡаҙатыу тыйыла?
— Түбәндәге осраҡтарҙа прививка эшләнмәй: әгәр вакцинаның теге йәки был компонентына организм ныҡ һиҙгер булһа; бала аллергиянан бик интекһә; йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙар килеп сыҡһа; хроник сирҙәре көсәйһә – һауыҡҡандан һуң 2-4 аҙна үткәс кенә прививка яһатырға ярай. Еңелсә ОРВИ, ашҡаҙан-эсәк системаһында көйһөҙлөктәр килеп сығыу осрағында – тән температураһы нормалләшкәндән һуң вакцина яһарға мөмкин, шулай уҡ 12 йәше тулмаған балаларға прививка эшләнмәй.
12-14 йәшлектәргә вакцина яһау өсөн ата-әсәләрҙең яҙма рөхсәте кәрәк. 15 йәштән үткән үҫмерҙәр прививка яһатыу-яһатмауҙы үҙ аллы хәл итә ала.
— Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға өйҙәренә барып вакцина эшләү ҡаралғанмы?
— Был һорау хәл итеү өҫтөндә. Һәр ата-әсәлә үҙҙәренең биләмәһенә ҡараған балалар табибы координаттары бар. Уларға шылтыратып, заявка ҡалдырырға кәрәк. Унан һуң беҙ медицина хеҙмәткәрҙәренән торған айырым бригада төҙөп, исемлек буйынса өйҙәргә сығасаҡбыҙ.
— Ата-әсәләргә ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?
— Балаларығыҙҙың һаулығына битараф булмағыҙ. Илдә коронавирус буйынса хәл бик ауыр. Шуға күрә, прививка эшләтегеҙ, “Һаҡланғанды һаҡлармын”, — тигән Хоҙай.

Авторы: Лилиә ХӘСӘНОВА.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас