

Борай районы мәктәптәрендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы профилактиканы аңлатыу маҡсатында балаларға “Ковид-19”-ға ҡаршы вакцина яһатыу буйынса ата-әсәләр йыйылышы үтте.Унда Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығының Бөрө территориаль бүлеге начальнигы Дамира Йәнтурина, район хакимиәтенән эштәр идарасыһы Фәрит Хужин, үҙәк район дауаханаһы участка педиатры Зәйтүнә Муллаярова һәм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зинфира Булатова сығыш яһаны.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.