

Күреүебеҙсә, коронавирустың яңы “омикрон” штамы ҡотора ғына. Хәҙер был сирҙе өлкәндәр генә түгел йәштәр һәм балалар ҙа тиҙ йоҡтора. Әле Башҡортостандың мәктәптәрендә хәлдәр нисек? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
Уның белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата 10,5 мең мәктәп уҡыусыһының ковид-19 менән сирләүе билдәле. Был бөтә уҡыусыларҙың 2,6 проценты.
Министр әйтеүенсә, үткән аҙнала коронавирус һәм ОРВИ арҡаһында байтаҡ ҡына мәктәптәр карантинға ябылды.
– Беҙҙә 40 мәктәп тик COVID-19 сәбәпле ябылды, тағы 219 мәктәп киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса карантинда. Бөгөндән ете көнлөк режим тамамлана. Мәктәптәр аҡрынлап мәктәптә уҡытыу форматына ҡайта башлай. Был аҙнала беҙҙә, карантинда булған мәктәптәр һәм кластар һанын кәметеү буйынса ыңғай динамика башланыр тип ышанам, – тине мәғариф һәм фән министры.
Фото: interfax-russia.ru