

3 февралдә Өфө ҡалаһы хакимиәтендә 12-17 йәшлек балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе вакцинациялау мәсьәләһе буйынса брифинг уҙғарылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала республикаға 2 800 "Спутник-М" вакцинаһы килтерелде. Уларҙың 540 дозаһы Өфө поликлиникаларына бүленде. Бөгөнгә 423 бала прививкаланған.
Брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Башҡортостандың Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм халыҡ именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина, СПИД һәм инфекциялы ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова, Башҡортостан дәүләт медицина университетының инфекциялы ауырыуҙар кафераһы доценты Татьяна Просвиркина ҡатнашты.
Өфө мәктәптәренә нисә бала белем ала? Дистанцияла уҡытыу нисек бара?
Әле Өфө мәктәптәрендә 12-17 йәшлек 56 799 үҫмер уҡый. Белем биреү учреждениеларының бер өлөшө дистанцияла эшләй. "Роспотребнадзор" тәҡдимдәре буйынса, уҡыусыларҙың 20 проценттан ашыуы сирләгән осраҡта, өйҙән уҡыуға күсереү тураһында бойороҡ сығарырға рөхсәт ителә. Дәрестәр онлайн-ресурстар, шул иҫәптән Zoom, YouTube, Skype ярҙамында уҙғарыла, бының өсөн фәндәр буйынса белем биреү программаларына төҙәтмәләр индерелгән, дәрестәрҙең теҙмәһе үҙгәртелгән, был хаҡта ата-әсәгә хәбәр ителгән.
Балалар баҡсаларында хәл нисек? Сирләгәндәр һаны артһа, улар нисек эшләйәсәк?
Өфөнөң балалар баҡсалары әлегә штат режимында эшләй, әгәр төркөмдә бала йәки уҡытыусы ауырып китһә, ул тотошлай тулыһынса ете көнлөк карантинға ебәрелә. Учреждениела биналар эшкәртелгәс, бер аҙнанан балаларҙы штат режимында ҡабул итеү башлана.
COVID-19 менән зарарланғандарҙың нисә процентын балалар тәшкил итә? Йыл башынан ауырыу күрһәткесе үҫә. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, 7-14 йәшлектәр араһында - 4,3, 15-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында – 3,9, бер йәшкә тиклемге сабыйҙар араһында 2,9 процентҡа артҡан. Ауырығандарҙың 60 проценты – оло йәштәгеләр.
Өфөлә "Спутник-М" вакцинаһы менән балаларҙы прививкалау ҡасан башланды?
Был кампания Өфөлә үткән кесаҙнала старт алды. Вакцина “һыуыҡ режим”ды күҙәтеп, поликлиникалар буйлап таратылған. Прививка 12-17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Табип әйтеүенсә, вакцина балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул шул уҡ "Спутник V", тик биш тапҡырға шыйығайтылған. Өлкәндәр вакцинаһындағы кеүек үк, унда вирустың тере һәм үрсеүгә һәләтле өлөшө юҡ. "V" кеүек үк, ике компоненттан тора. Тикшереүҙәр асыҡланыуынса, үҫмерҙәр вакцинаны яҡшы ҡабул итә. Шуныһы бар, вакцинациянан һуң беренсе ике көндә тән температураһы күтәрелеүе мөмкин.
Вакцинаның хәүефһеҙ булыуын, һөҙөмтәлелеген нисек тикшергәндәр?
Үҫмерҙәр өсөн препарат уҙған йыл Мәскәүҙең Морозов һәм З.А. Башляев исемендәге клиникаларҙа һынау үткән. Беренсе һәм икенсе этапта 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге ирекмәндәр ҡатнашҡан. Беренсе төркөмгә өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дозаның ундан бер өлөшөн индерһәләр, икенсе төркөмгә биштән бер өлөшөн ҡаҙайҙар. Һөҙөмтәлә икенсе вариантта туҡталырға хәл итәләр. Һынауҙың өсөнсө этабы 12 поликлиникала уҙғарыла. Был юлы 3000 үҫмер ҡатнаша. Һуңынан асыҡланыуынса, үҫмерҙәр вакцинаны яҡшы ҡабул итә. Шуныһы бар, вакцинациянан һуң беренсе ике көндә тән температураһы күтәрелергә, ҡалтыратырға, тән, быуындар һыҙларға, укол урыны ауыртырға йәки ҡысытырға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта уҡшыта, ашҡаҙан системаһында көйһөҙлөктәр барлыҡҡа килергә, тымау билгеләре һиҙелергә, лимфа төйөндәре ҙурайырға мөмкин. Йә иһә ҡайһы бер балаларҙа аллергия килеп сығыуы ихтимал. Был симптомдар тәүге ике тәүлектә барлыҡҡа килә һәм өсөнсө тәүлектә бөтә.
Кемдәргә “Спутник М” ҡаҙатыу тыйыла?
Ошо осраҡтарҙа укол эшләнмәй: әгәр вакцинаның теге йәки был компонентына организм ныҡ һиҙгер булһа; бала аллергиянан бик интекһә; йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙар килеп сыҡһа; хроник сирҙәре көсәйһә – һауыҡҡандан һуң 2-4 аҙна үткәс кенә прививка яһатырға ярай. Еңелсә ОРВИ, ашҡаҙан-эсәк системаһында көйһөҙлөктәр килеп сығыу осрағында – тән температураһы нормалләшкәндән һуң вакцинация уҙғарырға мөмкин, шулай уҡ 12 йәше тулмаған балаларға прививка эшләнмәй.
12-14 йәшлектәргә вакцинация уҙғарыу өсөн ата-әсәләрҙең яҙма рөхсәте кәрәк. 15 йәштән үткән үҫмерҙәр прививка яһатыу-яһатмауҙы үҙаллы хәл итә ала.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.