Әгәр ҙә һеҙ 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998, 2001, 2004 йылдарҙа тыуһағыҙ, йәки һеҙгә 40-тан күберәк йәш булһа, Башҡортостан поликлиникалары һеҙҙе диспансерлаштырыу көтә.
- Йәшәгән урынығыҙ буйынса, бөтә медицина тикшереүҙәре һәм анализдар бушлай уҙғарыла, бының өсөн паспорт һәм ОМС полисы ғына талап ителә;
- Коронавирус инфекцияһы менән ауырып йүнәлгәндәр өсөн, ентекле диспансерлаштырыу үтеү мөмкинлеге бар. Уның ярҙамында, табип инфекцияның организмға тәьҫирен билдәләй;
- Диспансерлаштырыу үтеү өсөн ҡайҙа яҙылырға, ниндәй тикшереү үтер кәрәк, кемдәр эштән бушатылыу хоҡуғына эйә – барыһы ла карточкаларҙа.
#ЦУРБашкортостан