Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
22 Декабрь 2021, 09:29

Бер кем дә шаяртырға йыйынмай

Республика предприятиеларында прививкалау барышын тикшереүҙәр Яңы йыл байрамында ла дауам итәсәк, материалдар судҡа ебәреләсәк...

Бер кем дә шаяртырға йыйынмайБер кем дә шаяртырға йыйынмай
Бер кем дә шаяртырға йыйынмай

20 декабрҙә республика предприятиеларында хеҙмәткәрҙәрҙе прививкалау барышын тикшереү башланды. Сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатыу барышын тиҙләтергә, планды үтәргә тейеш.

“Роспотребнадзор” етәксеһе оператив штаб ултырышында ойошмаларҙы ведомство белгестәре контролдә тотасағын белдерҙе. Республиканың баш санитар табибы ҡарарына ярашлы, был учреждениеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең  кәм тигәндә 80 проценты мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш. 30 ноябргә тиклем улар препараттың беренсе компонентын алырға тейеш ине. Тәртип боҙоуҙар күҙәтелгән осраҡта предприятиеларға  административ штраф һалыуҙары мөмкин.

Предприятиеларға ойошторолған рейдтар прививкаланмаған хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлаясаҡ, мотлаҡ вакцина яһатырға тейешле ойошмалар исемлегенә ингәндәр араһында ҡарарҙы үтәмәгәндәр табылһа, уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатасаҡтар.

“Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, тикшереүҙәр Яңы йыл байрамында ла дауам итәсәк, материалдар судҡа ебәреләсәк, ҡарарҙы үтәмәгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеген 90 көнгә тиклем туҡтатыуҙары ихтимал. Бер кем дә шаяртырға йыйынмай, ҡарар етди һәм мөһим, ул үтәлергә тейеш.

Владимир Веленгурин фотоһы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Бер кем дә шаяртырға йыйынмай
Бер кем дә шаяртырға йыйынмай
Автор:
Читайте нас