

“Рәсәй эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы ярҙамында ойошторған конкурстың финалына Башҡортостандан талантлы, төрлө өлкәлә уңышлы эшмәкәрлек алып барған 17 ҡатын-ҡыҙ етәксе сыҡҡан.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙы — Ҡаһировтар, Әхкәмовтар табиптар династияһы вәкиле. Династияға нигеҙ һалыусылар — Йәзилә Хатмулла ҡыҙы Әхкәмова һәм Фәнүзә Зәки ҡыҙы Ҡаһирова.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙының әсәһе, Йәзилә Хатмулла ҡыҙы, бала сағынан медицина өлкәһендә эшләргә ынтыла. Атаһы фронтта һәләк була, сабый сағы — һуғыш , үҫмер ваҡыты һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә, һөнәр алырға мөмкинлек булмай. Мәктәпте тамамлағас, 1958 йылда, Йәзилә медицина пунктында санитарка булып хеҙмәт юлын башлай. Хыялы тураһында онотмай ул, ике бала әсәһе булғас, эштән айырылмай ике йыллыҡ шәфҡәт туташтары курсын тамамлай. Балтас үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй башлай.
1982 йылда республика клиник дауаханаһында операция шәфҡәт туташтары циклы буйынса махсус уҡыу үтә, район конкурсында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” исеменә лайыҡ була. Йәзилә Хатмулла ҡыҙы биш балаға ғүмер бирә. Ҡыҙҙары уның һөнәри юлын дауам иткән. Лилиә Ғәфиф ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, неврология буйынса интернатура үткәс, тыуған районына эшкә ҡайта. Бына инде 30 йылға яҡын һөнәренә тоғро ул. 2010 йылдан 2017 йылға тиклем дауахана баш табибының амбулатория-поликлиника хеҙмәте буйынса урынбаҫары булып уңышлы эшләне. Илмир Ғәбделхай улы Ҡаһиров менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тормош иптәше лә — медицина династияһын дауам итеүсе. Уның әсәһе, Фәнүзә Ҡаһирова, Бөрө медицина училищеһында белем алғандан һуң, райондың Ҡомъяҙы, Мата, Көнтүгеш, унан 1962 йылдан алып 1998 йылға ҡәҙәр Иштирәк фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдире булып тырыш хеҙмәт һалған кеше. Кесе улы Илмир Ғәбделхай улы 1995 йылдан алып 2018 йылға тиклем Балтас үҙәк район дауаханаһында хирург булып эшләне, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Әлеге ваҡытта Лилиә Ғәфиф ҡыҙы менән берлектә шәхси практика менән шөғөлләнә, “Династия” медицина үҙәген ойоштороусы һәм уның эшмәкәрлеген уңышлы алып барыусылар. Уларҙың ҡыҙы Эльвина — табип-эндокринолог, тыуған районында халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Улдары Динар университетты тамамлағас, офтальмология кафедраһында ординатура үтте, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында хирург-офтальмолог булып эшләй.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙының һеңлеһе Лера Өфө 1-се медицина училищеһын тамамлап, Балтас үҙәк район дауаханаһында фельдшер булып эшләне. Уның ҡыҙы ла күркәм ғаилә династияһын дауам итеүселәрҙең береһе. Лиана Мөҙәрис ҡыҙы университетта белем алғандан һуң медицина реабилитацияһы, физиотерапия һәм спорт медицинаһы кафедраһында ординатура үтеп, әлеге ваҡытта Өфөлә физиотерапевт булып эшләй. Йәзилә Хатмулла ҡыҙының улдары Рәдим һәм Рәлифтең тормош иптәштәре — Балтас үҙәк район дауаханаһының табип-неврологы Альбина Йәрәмил ҡыҙы һәм табип-дерматовенерологы Светлана Нәфис ҡыҙы Әхкәмова ла ҙур династияның лайыҡлы вәкилдәре, инде күптәндән тыуған район халҡының һаулығын һаҡлау өлкәһендә тырыш хеҙмәт һала.
Фиҙаҡәр, маҡсатсан, һөнәренә тоғро, ихтирамға лайыҡ медицина династияһы вәкиленең Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға тулы хоҡуғы бар ине, һәм, күреүегеҙсә, “Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн” номинацияһында диплом менән бүләкләнеүе лә бик урынлы бында.
Лилиә Ғәфиф ҡыҙы етәкселегендә “Династия” медицина үҙәге халыҡ өсөн бик кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтә бөгөн. Абруйлы табиптар, эштәрегеҙ артабан да уң булһын!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.