Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
11 Декабрь 2021, 04:00

“Омикрон” хәүеф менән янай

Анна Казак: “Роспотребнадзор” сайтында аныҡ кәңәштәр бар – унда инеп танышырға тәҡдим итәм. Үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"

“Омикрон” хәүеф менән янай“Омикрон” хәүеф менән янай
“Омикрон” хәүеф менән янай

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында көнүҙәк мәсьәләләргә туҡтаны һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың тағы бер өлөшөн һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

- Коронавирустың яңы штаммы – “омикрон” тураһында нимә әйтерһегеҙ?

- Рәсәйҙә был штамм менән сирләүселәр асыҡланғаны мәғлүм, республикала әле ундай осраҡ теркәлмәгән. Әммә тынысланырға ярамай: хәлдең бер көндә үҙгәреүе ихтимал. Шуға ла аэропорт, тимер юл вокзалдарында санитар пункттар эшләй, ПЦР-тест тапшырыу кеүек саралар күрелә.

Рәсәйҙең Баш дәүләт санитария табибы Анна Попованың ҡарарына ярашлы, Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гонконг кеүек илдәрҙән килгән граждандар ковидҡа ПЦР-тест бирергә һәм 14 көн ҡурсаланырға тейеш. 

- Яңы йыл байрамына бәйле ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

- Байрам байрам менән, хәүефһеҙлек сараларын күреү үтә мөһим. Был эпидемиологик хәлгә лә ҡағыла: социаль контакттарға иғтибарлы булыу, барлыҡ санитар талаптарҙы үтәү зарур. Унан тыш, был байрамдың тағы бер үҙенсәлеге – аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу осраҡтары күп теркәлә. Был бик күп аяныслы бәләләргә алып килә. Шуға ҡайҙа нимә ашауға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөүҙең эҙемтәһе был.

“Роспотребнадзор” сайтында аныҡ кәңәштәр бар – унда инеп танышырға тәҡдим итәм. Үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: obltv.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
“Омикрон” хәүеф менән янай
“Омикрон” хәүеф менән янай
Автор:
Читайте нас