

Бының өсөн 2 ҡалаҡ ҡарағай бөрөһөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 30 – 35 минут банка менән һыулы кәстрүлгә, йәғни парҙа ултыртып ҡайнатырға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп алырға. Ауырыуҙы дауалау өсөн көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң яртышар стакан эсергә. Ә ауырыуҙан һаҡланыу өсөн иртәнсәк көнөнә бер тапҡыр эсеү ҙә етә.
Ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмәләр ревматизмды, бронхитты, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн дә ҡулланыла.
Фото:Т.Аманов.