

Үҙенсәлекле балалар ауырлыҡтарға ҡарамайынса йәшәргә көс табып, ижад итә, спорт менән шөғөлләнә, әүҙем йәмәғәт эше алып бара.
Улар менән бер нисә дәүләт, социаль һәм муниципаль учреждение, йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусы-психологтар, логопедтар, социаль педагогтар эшләй. Социаль-психологик ярҙам үҙәгендә сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балалар менән комплекслы эшләү өсөн йыһаздар бар. Ә быйыл унда тактиль майҙансыҡ асылды, ул сабыйҙар өсөн ысын бүләк булды. 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балаларҙы социалләштереү” программаһы буйынса “Ломая барьеры” Социаль технологиялар үҙәгенең “Минең менән йөрөп кил” акцияһы эшләй башланы.
Люция Карамова.