Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
2 Декабрь 2021, 06:26

Студенттар ҙур ярҙам күрһәтте

Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары производство практикаһы ваҡытында Бөрө, Борай, Асҡын, Мишкә, Ҡалтасы, Тәтешле үҙәк район, Нефтекама ҡала дауаханаларының, Өфө “Башфармация” дарыухана ойошмаларының медицина хеҙмәткәрҙәренә әүҙем ярҙам итте.

Студенттар ҙур ярҙам күрһәттеСтуденттар ҙур ярҙам күрһәтте
Студенттар ҙур ярҙам күрһәтте

Егеттәр һәм ҡыҙҙар коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы менән бәйле еңел булмаған шарттарҙа амбулатор-поликлиника хеҙмәтендә һәм дарыухана селтәрендә эшләне. Улар диспетчер һәм курьер вазифаһын үтәне, документтар тултырҙы, анализдарҙы алып килде, регистратурала ауырыуҙарҙы ҡабул итте, учреждениела санитар-гигиена тәртибен һаҡланы. Шулай уҡ халыҡ араһында социаль әһәмиәттәге ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса ағартыу эше алып барҙылар.
Ошо еңел булмаған эпидемиологик хәлдә студенттар һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙарын күрһәтте, үҙҙәрен яуаплы, тәртипле тотто. Уларға бындай практика бик файҙалы булды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар пациенттар менән аралашыуҙа тәжрибә тупланы, алған белемдәрен нығытты. Студенттарҙың намыҫлы хеҙмәте Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән билдәләнде. Шулай уҡ уҡыу йорто директоры Н.С. Белобородоваға һәм практика буйынса етәксе Е.П. Стеценкоға ла рәхмәт белдерелде.
Һүрәттә: Медицина-фармацевтика колледжы ирекмәндәре Линар Арысланов һәм Нәргиз Садыҡова ковид госпиталдә эшләгән өсөн үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

 

Ольга Платонова.

Студенттар ҙур ярҙам күрһәтте
Студенттар ҙур ярҙам күрһәтте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас