

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләп йөрөгән айырым категорияға ҡараған граждандарҙы мотлаҡ вакцинациялау мәсьәләһен тикшерәсәктәр.
Мәғлүм булыуынса, 18 декабрҙән республикала ҡайһы бер тармаҡтағы эш биреүселәргә вакцина яһатмаған хеҙмәткәрҙәрен эштән ситләтергә тура киләсәк.
Шул уҡ ваҡытта пандемияны туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы – вакцинациялау. Белгестәр донъяла коронавирустың дүртенсе тулҡыны башланыун хәбәр итә, сирләүселәр һаны арта бара.
Прививка яһатмаған хеҙмәткәр эш биреүсегә нимә менән янай, уны эштән ситләткән осраҡта хеҙмәт хаҡы һаҡланамы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар Башҡортостан юлдаш телеканалының социаль селтәрҙәрендә күрһәтеләсәк махсус брифингта яңғыраясаҡ.
Фото: stopfake.kz