Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
12 Ноябрь 2021, 09:15

Бөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнө

Әлеге ваҡытҡа ҡарата үтә лә актуаль дата. Үпкәләрҙе күҙ ҡараһындай һаҡлай торған осор.  

Бөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнөБөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнө
Бөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнө
 
 
Бөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнө

2009 йылда ЮНИСЕФ менән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырған был көндө.

Статистикаға ярашлы, үпкә шешеүенән донъяла йыл һайын ике миллиондан ашыу кеше үлә, шуларҙың бер миллиондан ашыуы – балалар.

Пневмония билдәләре: температура күтәрелә, йүткерәһең, быуылаһың, күкрәк тәңгәле ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, тиҙ арыйһың, тирләйһең, йоҡоһоҙлоҡ йонсота һәм аппетитың юғала.

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, булдырмау яҡшы, тиҙәр.

Сынығыу, тын алыу гимнастикаһы яһау, иммунитетты нығытыу, инфекцияны ваҡытында дауалау, массаж, вакцина – пневмонияға ҡаршы ошолар ярҙам итә. Тәмәке тартмағыҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Бөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнө
Бөгөн – пневмонияға ҡаршы көрәш көнө
Автор:
Читайте нас